Хөрмәтле Күмертау һәм Көйөргәҙе халҡы!
Ысын күңелдән һеҙҙе Яңы 2021 йыл байрамы менән ҡотлайым!
2020 йылда шатлыҡлы ваҡиғалар менән пандемия арҡаһында ауырлыҡтар ҙа кисерергә тура килде. Көсөргәнешле эшләүебеҙ беҙҙең берҙәмлекте һәм ауыр саҡта бер-беребеҙгә терәк булырға әҙер булыуыбыҙҙы күрһәтте.
Йәштәребеҙҙең үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтеүе ҡыуандыра. Улар үҙ һаулыҡтарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ярҙамға мохтаждарға ирекмәндәр булып ярҙам иттеләр.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға сәләмәтлек, бәхет һәм алдығыҙға ҡуйған пландарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем. Яңы йыл һеҙҙең күңелдәрегеҙҙе йылылыҡ һәм ышаныс менән тулыландырһын.
Яңы йылда ла бергә булырбыҙ!
Хөрмәт менән РФ Дәүләт Думаһы
депутаты З.З. БАЙҒУСҠАРОВ