Бөтә яңылыҡтар
Байрам шандауы
1 Ғинуар 2021, 02:15

ЯҢЫ ЙЫЛ МЕНӘН, ҠӘҘЕРЛЕ ДУҪТАР!

Барлыҡ Көйөргәҙе халҡына ла ныҡлы һаулыҡ, изгелек, яҡшы кәйеф, мул Яңы йыл табыны, бүләктәр, уйынсыҡтар, уйын-көлкө теләгем килә. Барлыҡ хыялдарығыҙ ҙа тормошҡа ашһын! Барығыҙға ла изгелектәр теләйем, ә прославие христиандарын етеп килгән Раштыуа байрамы менән.#сНовымГодом #яңыЙылменән #ҡотлау #поздравлениеИльясова

Ҡәҙерлеләрем минең!
Бына түҙемһеҙләнеп көткән яңы 2021 йылға ла аяҡ баҫабыҙ. Йола булараҡ, йыл аҙағында уҙғанына йомғаҡ яһайбыҙ, киләһе йылға пландар ҡорабыҙ.
Пандемия сәбәпле, быйылғы йыл ябай булманы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ уны тотороҡло иҡтисади күрһәткестәр менән тамамлайбыҙ.
Был йылда йәмәғәт урындарын, ауыл-ҡасабаларҙы төҙөкләндереүҙә күп эштәр башҡарылды, юлдарға асфальт түшәлде, күптәре ремонтланды. Эстетика йылы сиктәрендә барлыҡ ауылдарҙа ла өмәләр үткәрелде, беҙ ағас ултыртыу акцияларына ла берҙәм ҡушылдыҡ, Ермолаево ауылындағы йорттарҙа 8 подъезды ремонтланыҡ, “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса территориялар тәртипкә килтерелде. Бөгөлсән мәктәбенә ремонт башҡарылды, Ялсыҡай белем усағы ҡыйығына капиталь ремонт, Иҫке Мораптал башланғыс мәктәбенә, Бахмут балалар баҡсаһы ҡыйығына ла капиталь ремонт эштәре үтте. “Тополек” балалар баҡсаһында ремонт тамамланыуға бара, оҙаҡламай Керәүле-Илюшкин мәктәбенә капиталь ремонт башларға йыйынабыҙ.
Ялсыҡай һәм Иҫке Мораптал белем усаҡтарына меценанттар ярҙамы менән ремонт эштәре эшләнеүе ҡыуандыра.
Быйыл район үҙәге Ермолаевола капиталь ремонттан һуң рәсми рәүештә музыка мәктәбе һәм “Сәләмәтлек” стадионы асылды. Ҡыҙыу нөктәләрҙә ҡатнашыусы яугирҙәргә арналған сквер сафҡа инде. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса ауыл биләмәләрендә зыяраттар кәртәләнде, һыу торбалары алмаштырылды, балалар майҙансыҡтары ҡуйылды. Ауыл советтарында сүп-сар майҙансыҡтары тәртипкә килтерелде. Ермолаево спирт-араҡы заводы муниципаль милеккә күсте, әлеге ваҡытта производствоны йәнләндереп ебәреү маҡсатында инвесторҙар эҙләү эше әүҙем бара.
45 километрҙан ашыу юл күтәртелде, 12 км оҙонлоҡтағы арауыҡҡа асфальт һалынды. Шәбағыш, Ермолаево ауылдарының урамдарында асфальт яңыртылды.
Берҙәм эшләгәндәре өсөн барлыҡ ауыл советы етәкселәренә, үҙемдең коллегаларыма рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм.
Беҙҙең Көйөргәҙе ауыл хужалығы үҫешкән район. Ауыл эшсәндәре беҙҙең ғорурлыҡ, юҡҡа ғына район гербында ла икмәк башаҡтары һүрәтләнмәгән – был беҙҙең символ. Быйыл, һауа шарттарының ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, ауыл хеҙмәткәрҙәре ярайһы ғына уңыштарға өлгәште. Был өлкәлә айырыуса “Искра”, Киров исемендәге, “Ватан” хужалыҡтарының уңыштарын һыҙыҡ өҫтөнә алып китергә мөмкин. Шулай уҡ Мәзитов И.Р., Усманов Ә.Х., Әҙеһәмов Ф.Ф., Хәйбуллин Д.М., Малейкин С.В., Исламғолов И.И. фермер хужалыҡтарының уңыштары тос булды.
«Искра» хужалығында районда беренсе тапҡыр ит етештереү йүнәлешендә эшләүсе мал һимертеү комплексы асылды. Быларҙың барыһы ла урындағы етәкселәр, ябай хеҙмәтсәндәрҙең берҙәмлеге, тырышлығы менән башҡарылды. Алдағы йылда ла беҙ шулай кәңәшләшеп, берҙәм булып эшләрбеҙ тигән өмөттәмен. Сөнки бары тик берҙәм булғанда ғына күп уңыштарға өлгәшергә мөмкин. Юҡҡа ғына боронғолар, кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тимәгән бит. Ә беҙҙең башҡараһы эштәребеҙ күп әле: юлдарға асфальт түшәү, Шотт паркын, “Сәләмәтлек” стадионын төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәк.
Пандемияға бәйле, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыу маҡсатында, ирекмәндәр штабы булдырылды. Ирекмәндәребеҙ бар көстәрен һалып эшләйҙәр. 100-гә яҡын кешенән торған ирекмәндәр штабы “Изге эштәр муниципалитеты” республика конкурсында ҡатнашып, еңеүселәр рәтенә инделәр.
Үтеп барған йыл спорт һәм мәҙәни еңеүҙәргә бай булды. Саодатова Р.К. етәкләгән йәш футболсылар командаһы мини-футбол буйынса республика беренселегендә икенсе урын яуланы. Районыбыҙҙа милли көрәшкә лә ҙур иғтибар бүленә. Көйөргәҙенең дүрт уҡыу учреждениеларында милли көрәш түңәрәктәре алып барыла. Яңы Мораптал мәктәбе базаһында “Мәктәптә спорт көрәше” республика проекты сиктәрендә көрәш залы асылды.
Гер күтәреү спорты буйынса беҙҙең яҡташтарыбыҙ юғары күрһәткестәргә өлгәште. Беҙҙең спортсылар республика йыйылма командаһы составында сығыш яһап, Сорғот ҡалаһында уҙған Рәсәй беренселегендә бишенсе урынға лайыҡ булды. “Йәш профессионалдар” VI төбәк-ара чемпионатта Ермолаевоның 1-се һәм 2-се мәктәбенән дүрт уҡыусы ҡатнашты. 34 уҡыусыбыҙ интеллектуалдарҙың республика конкурстарында һәм олимпиадаларында ҡатнашып, төрлө призлы урындар яуланы. Бөтә Рәсәй һылыуҡайҙары конкурсында ҡатнашып, беҙҙең сибәркәйебеҙ Розалина Ибраһимовабыҙ өсөнсө урын алып ҡыуандырҙы.
Мәшһүр яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың 125 йыллығы быйылғы йыл өсөн үтә лә мөһим ваҡиға. Ошо уңайҙан 2021 йылда Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейына капиталь ремонт өсөн республика бюджетынан аҡса бүленеүе лә ҙур ҡыуаныс.
Барлыҡ уңыштарҙы ла һанап бөтөүе мөмкин дә түгел. Уңыштарыбыҙҙың барыһы ла һеҙҙең әүҙемлегегеҙгә, ижадлығығыҙға, тормош яратыусанлығығыҙға бәйле булды. Бының өсөн барлыҡ Көйөргәҙе халҡына ла ҙур рәхмәт. Һеҙ беҙҙең иң мөһим потенциалыбыҙ!
Барлыҡ Көйөргәҙе халҡына ла ныҡлы һаулыҡ, изгелек, яҡшы кәйеф, мул Яңы йыл табыны, бүләктәр, уйынсыҡтар, уйын-көлкө теләгем килә. Барлыҡ хыялдарығыҙ ҙа тормошҡа ашһын! Барығыҙға ла изгелектәр теләйем, ә прославие христиандарын етеп килгән Раштыуа байрамы менән.
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль
район Хакимиәте башлығы
#сНовымГодом #яңыЙылменән #ҡотлау #поздравлениеИльясова
Читайте нас