Все новости
Байрам шандауы
19 Февраля 2021, 13:50

Тыуған көнөң менән, Күмертау!

16 февраль ҡалабыҙҙа ҙур байрам уҙҙы. Мул тарихлы, билдәле шәхестәргә бай, эшсән ҡалабыҙ үҙенең 68 йәшен билдәләне.

Гөлназ Йәмилова, М.Искужин исемендәге 13-сө прогимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф министрлығының Почетлы Грамотаһы менән бүләкләнеүсе:
- Күмертау ҡалаһын тыуған көнө менән ҡотлайым. Был ҡалала 1987 йылдан алып йәшәйем, уның үҫешен, үҙгәрештәрен күреп ҡыуанам. Яратҡан эшеңде, үҙ-үҙеңде табыу - үҙе бәхет. Эшем ҡалабыҙ, уның тормошо менән бәйле булғас шатланып эшләп йөрөйөм. Мәғариф өлкәһендә 43 йыл хеҙмәт итәм, шуға күрә көтөп алған бүләкләнеүем тиһәм дә яңғылышмам. Эшемде лайыҡлы баһалауҙарына ныҡ ҡыуандым. Бөгөнгө көндә инде, үҙем уҡытҡан уҡыусыларымдың балаларын уҡытам. Башланғыс кластарҙа алған белемдәренән төплө нигеҙ һалып, шуға таянып ҙур уңыштарға өлгәшкән, ышаныстарымды аҡлаған, беҙҙең һөнәр юлынан барған уҡыусыларымды күреп тағы бер тапҡыр ғорурланып, ҡыуанып ҡуям.
Тулы материал 15-се һанда сыҡты.
Читайте нас: