Все новости
Байрам шандауы
1 Марта 2021, 19:17

Интернет насар, уйындар - шәп

Яңы Муса хәҙер бар донъяға билдәле ауыл - интернеттары булмағаны тураһында бар ғаләм интернет аша белде. Әле бында интернет үткәрелә, тиҙҙән бар аһ-зарҙар артта ҡалыр. Шулай ҙа ҡыйынлыҡтар бөтмәгән - интернеттары ауылда һаман йүнле тотмай.

23 февралгә арнап үткәргән уйындары тураһында хәбәр шуға ла беҙгә һуңлап килде - Яңы Мусала хәтәр уйындар үткәрҙек, хатты һеҙгә ебәрә алманыҡ - интернет булманы, тинеләр беҙгә. Уйындар, ысынлап та, ныҡ шәп булған, уйнамаған уйын ҡалмаған, уйнап арығас, асыҡҡас, былау ашағандар, сәй эскәндәр.
Бына һиңә, беҙ бит бәләкәй саҡты һағынабыҙ, интернет булманы, айфондар булманы, уның ҡарауы, бала-саҡ ниндәй шәп булды тибеҙ - урамдан ҡыуып та керетә алмай инеләр. Был осраҡта ла, мусаларға, бәлки, көнләшергә генә ҡалалыр - әл дә интернетығыҙ юҡ, уйындарығыҙ шуға лә шәп.
Читайте нас: