Все новости
Байрам шандауы
2 Марта 2021, 15:55

Әйткән һүҙ- атҡан уҡ

Яҡуттар айыҡ тормош ҡына алып бармай, ә мәргәнлектәрен дә иҫбатланылар. Үткән шәмбе көнө, “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә, Яҡутта уҡ атыу буйынса "Мәргән уҡсы" турниры үтте.

Яҡуттар айыҡ тормош ҡына алып бармай, ә мәргәнлектәрен дә иҫбатланылар. Үткән шәмбе көнө, “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә, Яҡутта уҡ атыу буйынса "Мәргән уҡсы" турниры үтте.
Рәмзиә ӘБЙӘЛИЛОВА, Яҡут мәҙәниәт йорто балетмейстеры, сараны ойоштороусы:
- Беҙҙә “Мәргән уҡсы” турниры тәүгә үтһә лә юғары кимәлдә булыуы ҡыуандырҙы. Шулай уҡ 20-нән артыҡ кеше ҡатнашыуы, улар араһында ололарҙың да, кеселәрҙең дә булыуы шатландырҙы. Киләсәктә был спорт төрөн тағы ла үҫтерегә һәм турнирҙы юғарыраҡ кимәлдә үткәрергә уйлайбыҙ. Бәләкәй генә ауылыбыҙҙың байрам сараһын ололап килгән район хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа, социаль эштәр буйынса уның урынбаҫары Данил Акиловҡа оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәм. Байрам сараһындағы абруйлы жюриҙарыбыҙ район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ләйсән Нуриәхәмәтоваға, “Йәшлек” район мәҙәниәт йорто директоры Рәкит Ғәлиевҡа, Мораптал ауыл биләмәһе башлығы Аскар Кинжәлеевҡа ла рәхмәттәрем сикһеҙ. Был турнирға килгән һәр кем еңеүсе исеменә лайыҡ. Был беҙҙең, атай-олатайҙарыбыҙҙың аманаты, тарихы һәм бөгөнгөһө. Уҡ атыу байрамдары республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә уҙғарылып тора. Беҙҙең районыбыҙ ҙа башҡаларҙан ҡалышырға тейеш түгел. Байрам сараһын үткәреүҙә шулай уҡ ауылыбыҙ "Ағинәйҙәр" ойошмаһы күп көс һалды, олоһонан алып кесеһенә тиклем бер булып, башланғысыбыҙҙы күтәрҙеләр. Афарин, Яҡуттар!!!
Читайте нас: