Байрам шандауы
26 Марта 2021, 05:40

Биш йондоҙ

Татьяна Шорскина, район хакимиəтенең физкультура, спорт, туризм һəм йəштəр сəйəсəте комитеты баш белгесе:- Конкурста ҡатнашҡан биш ҡыҙҙың һəр береһе уникаль, талантлы. Ҡыҙҙар, рəхмəт һеҙгə ихласлығығыҙ өсөн. Һеҙ бөтəбеҙгə лə ҙур байрам яһанығыҙ. Кемдер ризаһыҙлыҡ белдерҙе, кемдер иланы, нимəлер килеп сыҡты, нимəлер - юҡ. Шулай ҙа маҡсатҡа ирешелде: талантлы йəштəрҙе ижтимағи тормошҡа йəлеп итə алдыҡ. Был бəйге һəр берегеҙ өсөн тормошта яһаған яңы аҙым, ҡыҙҙар. Яратам һеҙҙе! Əлбиттə, бəйгене ойошторғанда беҙгə ярҙам иткəн бағымсыларға рəхмəт əйтмəй булмай. Вера Фросина, Наталья Савенкова, «Деловой лес», «Диана» предприятиеларына, «Монро» фотосалонына, «Электроника» магазинына, «Юшатыр» гəзитенə оло рəхмəт!

Мəҙəни саралар менəн мауыҡтыҡ, аҙна һайын йə бер концерт, йə ниндəйҙер, шул уҡ йыр-бейеүгə, күңел асыуға бəйле тамаша – ялҡытты. Ошолай тип əйтеүселəр ҙə табылыр, ысынлап та, сүпкə хаҡ арта, ашауға хаҡ арта, əллə юрамал кешенең башын əйлəндерəлəр: былар йырға, ҡулдарына тотторған грамотаға əүерəп тик йөрөһөндəр. Тамаҡтары туймаһа, күңелдəре туйыр.
Тулы мәҡәлә гәзиттә сыҡты.
Читайте нас