Байрам шандауы
27 Марта 2021, 04:32

Яҡшымбəттə – бөтмəҫ хазина!

Яҡшымбәт ауылына, уларҙың биләмәләренә ҡараған ауыл мәҙәниәт йорттарының, ауыл клубтары түңәрәктәенең ижади, ҡағыҙ эштәрен тикшерергә дүрт кеше юлландыҡ. Ауыл мәҙәниәт һарайына инер алдынан ғына: “Ой, һаумыһығыҙ! Һуңлаһам да һеҙҙе алдан индерәйем”, - тип минең яратҡан үҙешмәкәр сәнғәт аристарымдың береһе беҙгә ишек асты. Һоҡланып, бер һүҙҙә әйтә алманым. Гөлгәнә Туйгилдина эшендә лә өлгөр, Яҡшымбәт мәҙәниәт йортоноң “Көйөргәҙе” Халыҡ театры, “Олотау” фольклор коллективтарының , “Ихлас” вокал ансабеленең алыштырғыһыҙ артисы ул.

Беҙ ҙә уңғандарҙан бит әле тип, сәхнәгә Ҡотлоюл ауылы үҙешмәкәр артистары менде (етәксеһе – З.Боҫҡанова). “Әҫәнәй” вокаль ансамбленең солистары - Ләлә Боҫҡанова, Рәйфә Арыҫланова, Алтынай Аҡһарова үҙҙәренең моңло тауыштары менән халыҡты арбаһа, “Йыуасалы килендәре” бейеү ансамбле “Һауынсылар”, “Батмустар” бейеүҙәрен бейеп, Ҡотлоюл ауылы халҡының балҡып йәшәгәнен күрһәтте.
Йәмилә Рамаҙанова,“Йәшлек” район мәҙәниәт һарайы режиссёры, Башҡортосандаң атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Йәмилә Сабир ҡыҙының хаты гәзиттә булды.
Читайте нас