Байрам шандауы
15 Мая 2021, 07:09

Яңы яңы инде

Фəнис РАХМАНҒОЛОВ, Свобода ауыл хакимиəте билəмəһе башлығы:- Обелискты асыу телəге менəн янып йəшəгəн, Ғəфүр Идиəт улы Ҡаҙаҡбаев, ҡыҙғанысҡа арабыҙҙа бөгөн юҡ инде. Уҙған йыл: «Түкəн ауылында, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтəлегенə, обелиск булдырайыҡ»,- тип килде.

Фəнис РАХМАНҒОЛОВ, Свобода ауыл хакимиəте билəмəһе башлығы:
- Обелискты асыу телəге менəн янып йəшəгəн, Ғəфүр Идиəт улы Ҡаҙаҡбаев, ҡыҙғанысҡа арабыҙҙа бөгөн юҡ инде. Уҙған йыл: «Түкəн ауылында, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтəлегенə, обелиск булдырайыҡ»,- тип килде. Шунан беҙ уның менəн берлектə был эшкə тотондоҡ. Яйлап ҡатнашыусылар исемлеген тупланыҡ. Ғəфүр ағайыбыҙ был тантанаға 2 ай ғына йəшəп өлгөрмəне. Шулай булһа ла уның изге эшен аҙағына тиклем йырып сығып, бөгөн бына обелискты тантаналы рəүештə асып торабыҙ. Обелискты эшлəтеүҙə бер һүҙһеҙ ярҙам иткəн район Советы депутаты Антон Басовҡа, уны урынлаштырыуҙа ярҙам иткəн район хакимиəтенə, шулай уҡ Көйөргəҙе районының юл ремонт-төҙөлөш идаралығы етəксеһе Юрий Шибинға ҡырсын алып килгəне өсөн, яҡташыбыҙ Владимир Галактионовҡа ағас үҫемтелəре биргəне өсөн, обелискты урынлаштырып, кəртəлəп, юлдарын түшəүҙə əүҙем ҡатнашҡан ауыл халҡына, барығыҙға ла ҙур рəхмəт.
Түкән ауылынан Гүзəл ƏКБƏРОВАның фекере гәзиттә баҫылды.
Читайте нас