

Бына быйыл да, муллабыҙ арабыҙҙа булмаһа ла Ҡорбан байрамын еренә еткереп, бик матур итеп байрам иттек. Был юлы байрамды ауылыбыҙҙың уңған, тырыш, өлгөр, егәрле, ауылым тип янып йәшәгән старостаһы Хайбуллин Надир, үҙенең хәләл ефете Альбина менән йорттарында байрам табыны әҙерләп, бар халыҡты өйҙәренә саҡырып, ҡунаҡ итте. Ауылыбыҙҙың аҡһаҡалы Дамир Ибраһимов ҡөрьән уҡығандан һуң, мул табын артында аралашып, байрам аштары ашап ҡайттыҡ.
Зарима БОҪҠАНОВА, Ҡотлоюл ауылы
Ҡотлоюл ауылындағы байрам тураһында хат тулы килеш гәзиттә бөгөн баҫылды.