

Бер береһенә ҡарата ныҡ ихтирамлылар. Шулай булмай, ауылда халыҡ кәмей бара (һәр ауылдағы кеүек быныһы), фанилыҡта бер-береһенең ҡәҙере шуға ла, бәлки, арталыр.
Кисә бик матур байрам яһағандар - Ололар байрамы. "Беҙҙең аҡыллы кәңәшселәр бит улар" ти депутаттары Сынтимер Мөрсәлимов һәм барлыҡ ярҙам итеүселәргә рәхмәт әйтә. Өҫтәл мул булған. Һәм йыр булған - ниндәй байрам йырһыҙ үтһен? Алдаға ғүмерҙәрҙә лә гел йырлашып ҡына йәшәргә булһын, яманғолдар.