

Уҡытыуҙан тыш, баскетболдан тренировкалар ҙа алып барам, шуларға йөрөргә егет-ҡыҙҙар йыйып, еткереп булмай. Өҫтәүенә, бөгөндән барлыҡ тренировкаларҙы туҡтатырға тигән ҡарар килде, хәҙер ярыштарға нисек әҙерләнергә, ярыштар бөтөнләй булырмы, тип аптырап ултырабыҙ. Эш хаҡына килгәндә, әҙме-күпме, уныһын әйтеп булмай, булғанына шөкөр итеп йәшәйбеҙ, ваҡыт яғына килһәң, уныһы тарыраҡ. Көндөҙ дәрестәр, кистәрен тренировкалар, өйгә, ғаиләгә ваҡыт етмәй ҡала.