Байрам шандауы
5 Октября 2021, 09:00

Хоҙай һаулыҡтан ғына айырмаһын

Вәсилә ҒӘБИТОВА, ҡаланың М. Исҡужин исемендәге Прогимназиялағы башланғыс кластар уҡытыусыһы:- Уҡытыусыға ваҡыт етмәй. Башта бик күп мәғлүәмтте иҫтә тоторға кәрәк. Пландар яҙырға, ваҡытында отчет яҙырға, интернет селтәрендә лә эш алып барырға онотма һ.б. Видео, презентация отчеттары ла ҡушыла.

Хоҙай һаулыҡтан ғына айырмаһынХоҙай һаулыҡтан ғына айырмаһын
Хоҙай һаулыҡтан ғына айырмаһын

 Бөтәһен дә дөрөҫ һәм ваҡытында өлгөр. Бынан башҡа төрлө айлыҡтар (месячниктар) хәүефһеҙлек буйынса, йә һаулыҡ һаҡлау һәм башҡалар, башҡалар.
Күпләп үткәрелгән ярыш, олимпиада, акция, балалар менән концерт номерҙары ла әҙерлә, өлгөр генә... Унан башҡа балаларға белем дә бирергә кәрәк бит. Теманы аңламанылар, йә дәрестә булманылар икән, өҫтәлмә аңлатыр кәрәк, шул бала менән өҫтәлмә эшләр кәрәк... Материал табырға, дәресте ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә лә кәрәк. Ватсап буйынса ата-әсәләргә мөһим мәғлүмәттәрҙе лә ваҡытында еткереү мотлаҡ. Ата-әсәләр менән шәхсән һөйләшеүҙәр ҙә ваҡытты күп ала. Шулай, уҡытыусылар сентябрь айын баш күтәрмәй эшләп, үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғандыр... Хоҙай һаулыҡтан ғына айырмаһын, көр - шат булып тырышып уҡытыусылар үҙ эштәрен эшләр! Балалар беҙҙең киләсәк!

Уҡытыусыға ни етмәй һорауына яуаптар һәм педагогтарға арналған башҡа материалдар бөгөн гәзиттә донъя күрҙе. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас