

Шулай уҡ өлкән участковый һәм полиция капитаны исемен дә тап ошо көндә биреүҙәре тағы ла ҡыуандырҙы. Участковый булып 6 йыл эшләһәм, ә ғөмүмән был өлкәлә 14 йыл йыл хеҙмәт итәм. Үҙ участкаларыбыҙҙағы барлыҡ хәл-ваҡиғалар менән дә танышбыҙ. Башлыса хоҡуҡ, закон боҙоуҙарҙы булдырмау менән шөғөлләнәбеҙ. Кешеләргә төрлө яҡлап та ярҙам күрһәтеү бурысы тәүге сиратта тора.
Барлыҡ коллегаларымды ла һөнәри байрам менән ҡотлайым. Үтә лә яуаплы һәм еңел булмаған эшебеҙҙә уңыштар һәм донъялар имен торһон тип теләйем.
Полиция көнөнә арналған материалдар бөгөн гәзиттә баҫылды.