Дөрөҫ, ул ҙур түгел, хатта ысын да түгел, шулай ҙа донъяны йәмләне лә ҡуйҙы. Тиҙҙән Яңы йыл. Был турала онотолған да һымаҡ ине, шыршы иҫкә төшөрҙө - йылдың иң мөһим байрамы етеп килә, унан яңы өмөт, яңы шатлыҡтар көҫәйбеҙ.
Шыршы матур биҙәкләнһә,
Ҡыш бабай ҙа ярата.
«Ҡотло булһын Яңы йыл!» – тип
Беҙгә бүләк тарата.
(Р.Янбулатова)
Шыршы янында бүләктәр ҙә бар, улар кисә төндә генә Өфөнөң үҙенән ҡайтып еттеләр - үрҙә ултырған етәкселәр, шулай итеп, беҙҙең балаларҙы ҡайғырта. Күмертауҙан ғына алһаҡ бүләктәрҙе, әллә ҡалай булыр ине, ә быны башҡаланың үҙенән алынған тип, кинәнеп ашарға була - ҡәҙере арта. Рәхмәт.
Шыршы яһалма булһа ла, ана ҡалайтып күңелде күтәрҙе. Алдағы йылда имен булырға, әлегеләй янып эшләргә яҙһын, хистәребеҙ ысын булһын.