Байрам шандауы
4 Января 2022, 05:35

Ситтә йәшәүсе Ҡыш бабайыбыҙ

Яңы йыл алдынан беҙҙең Яҡут ауылының " Толпар" балалар баҡсаһында Яңы йыл байрамына арналған сара үтте. Байрамды тәрбиәселәре Рәсимә Ялсыҡаева матур итеп алып барҙы. 

Ситтә йәшәүсе Ҡыш бабайыбыҙСиттә йәшәүсе Ҡыш бабайыбыҙ
Ситтә йәшәүсе Ҡыш бабайыбыҙ

Күңелле йырҙар, төрлө шиғырҙар һәм дартле бейеүҙәр менән гөрләп торҙо был көндө беҙҙең балалар баҡсаһы. Сара балаларҙың да, ата-әсәләрҙең дә күңеленә хуш килде, барыһы ла рәхәтләнеп күңел асты. Балаларҙың иң шатланғаны яңы йыл күстәнәстәре өләшкән ваҡыт булғандыр. Ҡыш бабай күстәнәсе алып ҡыуанғас, балаларҙы, ата-әсәләрҙе тағы ла ҡыуандырып Себер тарафтарында йәшәүсе, яҡташтарым тип янып көйөп тороусы, беҙҙең хөрмәтле яҡташыбыҙ Ялсыҡаев Мөхтәр Мөхәррәм улының да тәмле күстәнәстәре булды. Ата- әсәләр исеменән яҡташыбыҙға ебәргән бүләктәре өсөн ҙур рәхмәт еткергебеҙ килә. Яңы йылда Мөхтәр Мөхәррәм улына ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, балалар шатлығы, иман байлығы, эшендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Яҡут ауылының “Толпар” балалар баҡсаһы ата-әсәләре

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас