Байрам шандауы
10 Апреля 2022, 06:37

Ишембайҙың сая ҡыҙҙары

Йома көнө Казарлаға барыр алдынан, унда гел казактар булыр, араһында башҡорттар булһа ла (беҙҙең дә казачество булған да), гел ир-ат йөрөр тигән уй бар ине.

Ишембайҙың сая ҡыҙҙарыИшембайҙың сая ҡыҙҙары
Ишембайҙың сая ҡыҙҙары

Ҡараһаҡ, майҙанды тултырып, ҡатын-ҡыҙ йөрөп ята, уҡсылар. Ҡайҙан килгән шөғөл был, ҡамыр баҫып, йөн иләп, балаҫ һуғып, бала бағып, ирҙе иркәләп кенә ултыра торған заттар ҙа улар. Яндарына килдек. Бәй, таныштар ҙа бар. Ишембайҙар. Өләсәй булып бөткән ҡатындан алып, башланғыс класта ғына уҡыған ҡыҙ балаға тиклем уҡ-һаҙаҡ тотоп йөрөйҙәр. Ҡоралдары үҙҙәренән ҙур.

- Ҡана, тотоп ҡарайым әле,- ирлек ҡомары тоҡанып китте, бында ҡыҙҙар уҡ атып йөрөй, ә беҙҙең уны музейҙа ғына күргән бар. 
- Әй, ипләп, 
- Атаҡ, ни булды? 
- Йәйә ҡыйбат. 15 мең һум. 
- Улай икән, мә, кире ал,  - бәләһенән баш аяҡ, йә һындырып-нитеп ҡуйырһың, унан йөрө кредит юллап. 
Ишембай ҡыҙҙарының сая икәнен электән белә инек,  бына был йыр, моғайын, уларға ҡарап сығарылғандыр:
Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алған
Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын,
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын.
Нисек аттылар - ныҡ шәп аттылар. 
1 урын- Наҙгөл Хәйруллинала,
2  - Мәһәҙиева Каринала,
3 -һө - Зарипова Заринала. Ямандар. 
Ә иң бәләкәс Ишембай ҡыҙына - Рушана Дәминоваға - биш мең һум аҡса тотторғандар. Беҙҙең район етәкселеге биргән. Рушананың әсәһе лә бында ине, шулай, әсәле-ҡыҙлы ҡыуанып ҡайтып киттеләр. 
Әйтер һүҙ юҡ, афарин, Ишембайҙың шәп ҡыҙҙары. Атҡан уҡтарығыҙ гел сәпкә тейеп торһон. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас