Все новости
Байрам шандауы
4 Мая 2022, 16:51

Яулыҡ

30 апрель көнө Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылында өсөнсө Халыҡ - ара "Яулыҡ - тыныслыҡ билдәһе" фестивале үтте. Байрам сағыу ҙа, мауыҡтырғыс та булды. Был сараны күреү күңелдә яңы хистәр уятты. 

Яулыҡ
Яулыҡ

Яулыҡ көнө, матур яулыҡтарҙың
Ниндәйе юҡ икән үҙемдә?
Яулыҡтарға ҡарап хәтирәгә
Бирелдем мин әле бөгөн дә.
Француз яулыҡ – инәм бүләге ул,
Ҡәҙерләп тә һаҡлар иҫтәлек.
Ябынырға яҙһын яулыҡтарын,
Биҙәгенә иҫең китерлек.
Ябынамын яулыҡ, бик яратып,
Аш – һыу тирәһендә булғанда.
Яулыҡтарым мине һаҡлай кеүек,
Күҙҙәргә моң, һағыш тулғанда...
Яулыҡ – ябай япма, ҡатын – ҡыҙға,
Ул яулыҡтар ябай, килешле.
Ап – аҡ яулыҡ ябам киленемә,
Һәр беребеҙ ерҙә өлөшлө.
Аҡ яулыҡтай булһын күңелкәйең,
Юлдарың аҡ булһын – теләгем.
Йылдар үткәс, мине хәтерләрһең,
Ҡарап аҡ яулыҡтың биҙәген...
Руша Солтанғолова, Ермолаево ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: