Все новости
Байрам шандауы
10 Мая 2022, 08:38

Күрше хаҡы - тәңре хаҡы

Теге саҡ әллә ҡасандан күрешмәгән Зәлиә исемле таныш ҡатын осраны. Ҡала ҡыҙы ул, башҡортсаны бик белмәй. Шулай ҙа беҙҙең ижадты күҙәтә бара икән.

Күрше хаҡы - тәңре хаҡы
Күрше хаҡы - тәңре хаҡы
- Аллабирҙелә булғанһығыҙ икән...
- Эйе, йылына бер булһа ла унда эләгергә тырышабыҙ, беҙҙең халыҡ йәшәй ҙә унда. Ә һинең Аллабирҙегә ниндәй ҡыҫылышың бар? - бәләкәйҙән белгән ҡыҙ, башҡа ауылға өләсәһенә ҡайтып йөрөнө, шуға һорауыбыҙ.
- Аллабирҙелә минең әсәйем тыуған....
Белмәһәң - бел. Ярты ғүмер йәшәлгән, ә тарих ошолайыраҡ икән тигән уй башҡа ла килмәгән.  

Күршеләрҙә нимә бар тигән рубрика аҫтында яҙғанда, беҙ, әлбиттә, тәү сиратта Аллабирҙе ауылын иҫтә тотабыҙ. Улар һәр эшкә етди тотона, һәр сараһы өлгө итеп ҡуйырлыҡ итеп үткәрелә. Кисәге байрамдары ла бик шәп булған. Үлемһеҙ полк, митинг, спартакиада, хатта вальс бейегәндәр. Май айы вальсы. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: