Все новости
Байрам шандауы
3 Июня 2022, 15:58

Тураған белә

Әллә Һабантуй тураһында береһенә лә әйтмәй, үҙҙәре генә байрам итә башлаған инде?

Тураған белә
Тураған белә

Ялан тулы халыҡ, тауыштары, йыр-моң әллә ҡайҙарға тиклем таралған (Ырымбур трассаһында хатта ишетелә). Беҙ ҙә үтеп китеп барышлай ошо шат тауыштарҙы ишетеп боролғайныҡ. Баҡһаң, репетиция бара икән. Һәммәһе лә бында - культура, ауылдар, вазифалы, яуаплы кешеләр.  Ҡаҙандар аҫыла, тирмәләр, ҡыуыштар ҡорола. Эҫе. Томра. Ашаған белмәй, тураған белә тигән ише, байрамда байрам итеп йөрөүе генә рәхәт, Һабантуй Һабантуй һымаҡ булһын тип, ана күпме көс түгелә. Энергия сарыф ителә. Оло ҡунаҡтар өсөн айырым тирмә ултыртҡандар, беҙгә З. Байғусҡаров һәм У. Килсенбаев килергә самалай. Репетицияларына ҡарағанда байрам шәп булмаҡсы. Шулай булыр ҙа, беҙҙең башҡаса булғаны бармы ни? Барыһы ла иртәгә була. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: