Все новости
Байрам шандауы
19 Июня 2022, 11:59

“Эшләй генә беләбеҙ”

- Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары рәйестәре Илшат Мәзитовтың, Зәбир Ҡотлобаевтың, Зөфәр Вахитовтың эшсәндәре Һабантуй байрамына яҡшы хеҙмәт һөҙөмтәләре менән килде. 

“Эшләй генә беләбеҙ”
“Эшләй генә беләбеҙ”

Уларға дан! Был сара эшсәндәр, ауыл халҡы һәм балалары өсөн үткәрелә. Бергәләп осрашып, аралашып, күңел асып, рәхәтләнеп ял итегеҙ.
Шулай уҡ Һабантуй байрамын ойоштороуҙа ярҙам иткән Илкәнәй егеттәре Азамат Сафаровҡа, Раян Араптановҡа, Рифат Ҡотломбәтовҡа, Юнир Рамаҙановҡа, Йомағужа егеттәре Зәбир Ҡотлобаевҡа, Фәнүз Яппаровҡа һәм башҡа егеттәрҙең барыһына ла рәхмәттәремде еткерәм. Аш бешереүсе ҡыҙҙарға, моңло тауыштары, дәртле бейеүҙәре менән беҙгә матур ял бүләк иткән Таймаҫ ауылы ҡыҙҙарына, Аҡһары егете Айҙар Ишмөхәмәтовҡа һәм башҡаларға ла сикһеҙ рәхмәтлемен. Киләсәктә лә берҙәм булып, бергә эшләргә һәм йәшәргә яҙһын. Байрам менән һеҙҙе, - тине барыһына ла күңелле ял теләп Рөстәм Минейән улы.
Артабан район хакимиәтенең эшҡыуарҙар буйынса урынбаҫары Тимур Иҙрисов барыһын да ҡотлап телмәр тотҡандан һуң сәхнәгә крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре менде. Илшат Мәзитов, Зәбир Ҡотлобаев, Зөфәр Вахитов. Уларҙың һүҙҙәре ҡыҫҡа булды. “Беҙ матур, оҙаҡ һөйләй белмәйбеҙ, ә эшләй генә беләбеҙ”, - тип халыҡҡа бер-ике һүҙ менән генә өндәште үҙ хеҙмәттәре менән маҡтанып өйрәнмәгән егеттәр.
Халыҡ бер ялан булып йыйылды...

Илкәнәй Һабантуйы хаҡында материал гәзиттә тулы вариантта баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: