-3 °С
Облачно
- Районыбыҙҙа үткән “Салаватия” байрамында мин дә ҡатнаштым. Тәүҙә ниндәй сара икәненә төшөнмәнем һәм әһәмиәтен дә аңламаным. Барҙым, һүҙ бирҙеләр. Насар булманы байрам. Һәр милләт үҙ мәҙәниәтен күрһәтте, йырҙар йырлап, милли костюмдарҙа йөрөнөләр. Кеше аҙыраҡ булды, районыбыҙ хәҙрәтен дә саҡырған булғандар, тик ниңәлер килмәне, тине етәкселәр. Районыбыҙҙа байрамдарҙың үткәрелеп тороуы яҡшы, әлбиттә, әммә сама ла кәрәк.
Сарала салғы күреп ҡалдым да йәш саҡтарымды иҫкә төшөрөп бесән дә сабып алдым. Унда үлән күп, бесән сабыу байрамын да ойошторорға була инде.
"Салаватия" симпозиумы хаҡында ҡалған фекерҙәр гәзиттә баҫыласаҡ.