- Ауылыбыҙға ике йылдан 170 йыл тула һәм ошо оло юбилейға әҙерлектәр башланды ла инде. Беҙҙең ауыл башҡаларҙан үҙ-ара дуҫ, берҙәм булыуҙары, бер-береһен ихтирам итеүҙәре менән айырылып тора. Шуға ла ауылыбыҙ йылдан-йыл күркәмләнә бара, йәштәр ҙә тыуған ерҙәре өсөн өҙөлөп тора. Үҙҙәренең тыуған йорттарына ҡайтҡан ауылдаштарыбыҙҙы күреү йыуандыра.
Миңлегөл ҠУНАҠБАЕВА:
- Ошо ауылда тыуып-үҫтем, бер ергә лә китмәй “Игенсе” колхозында эшләнем. Мин атайһыҙ-әсәйһеҙ йәтим үҫтем. Мәктәптә 7-се класты тамамлағас, 50-се йылдарҙа, колхозға һыйыр һауырға эшкә сыҡтым. Аллаһы Тәғәләгә шөкөр, әле 86 йәшемде тултырҙым.
Рәмилә КУЖАҠОВА:
- Ауылдаштарым эшләй ҙә, ял да итә белә! Ошондай сараларҙың булыуы ауыл халҡын берләштерә, дәртләндерә генә! Йәштәрҙе, балаларҙы тәрбиәләй! Матурлыҡҡа, гүзәллеккә ынтылып, дуҫ-татыу йәшәүгә ни етә! Байрам тигәс тә, уға күпме ваҡыт, көс түгелгән! Афариндар! Артабан да "Айыҡ ауыл" исеменә тап төшөрмәй, именлектә йәшәргә яҙһын!
Әҡлимә ЗАҺИТОВА:
- Үҙем Иҫке Морапталданмын, 40 йыл Яҡут ауылы килене булып йәшәйем. Бында бик сәмле, тырыш һәм маҡсатлы халыҡ йәшәй. Әгәр ҙә улар берәй эшкә тотонһа, бар ауыл халҡы ярҙам итергә ашыға. Ауйыл байрамы ла бик мәртәбәле үтте. Ауылдаштар, туғандар ҡайтты, рәхәтләнеп аралашып, күңел асып ял иттек. Ошо сараға бәйле, ауылыбыҙ ҙа күркәмләнеп, төҙөкләндерелеп ҡалды. Бер һүҙ менән әйткәндә бик берҙәм йәшәйбеҙ. Оҙаҡламай ауылыбыҙға тағы ла бер йәш килен төшәсәк. Ул да беҙҙең кеүек ошо ауылда төпләнһен, тип теләйбеҙ.
Лена БУРАНБАЕВА, Зөбәржәт ҠӘҘЕРҒОЛОВА:
- Беҙ тыуған ауылыбыҙҙан бер ҡайҙа ла китмәнек. Ошонда тыуып-үҫтек һәм әле лә йәшәйбеҙ. Ошондай күркәм сараны ойоштороусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә лә берҙәм һәм күркәм булып йәшәргә яҙһын.
Яҡут ауылында булған сара тураһында материал тулы килеш бөгөн гәзиттә баҫылды.