- Был донъяла һәр бер нәмә, һәр бер йән эйәһе парлы итеп яратылған. Ике яңғыҙҙың бер-береһен табыуы оло мөғжизәгә тиң. Мин дә үҙемден парымды табып гөрләтеп туй үткәреп ебәрҙек. Тормош иптәшем Зөлфирә Иҫке Мораптал ауылы ҡыҙы. Оҙаҡ осрашып йөрөмәнек, яратҡас тиҙерәк кәләш итеп алдым. Дуҫлыҡ ҡойоһо асыу айҡанлы Венер ағай Хәмитов беҙҙе йәш ғаилә тип был байрамға саҡырҙы. Ҡойо эргәһендәге мөхәббәт ҡапҡаһына һөйөү билдәһе итеп үҙебеҙҙең йоҙаҡты элдек. Мөхәббәт ҡапҡаһында йоҙаҡтар күбәйер, беҙҙең һымаҡ парҙар күп булыр, тип ышанам. Венер Хәмитовҡа ҙур рәхмәт иғтибарһыҙ ҡалдырманы, – ти Ислам Шәмсүтдинов. Асҡыстарҙы улар аса алмаҫлыҡ банка эсенә һалғандар, алтын туйҙарына килеп асҡыстарын табып йоҙаҡтарын асырҙар тип ышанабыҙ.
Байрамға килгән ҡунаҡтарҙы ҡойонан алынған тәмле һыуҙан ҡайнатылған самауыр сәйҙәрен эсереп, тәмлекәстәр менән һыйланылар. Ауылда төрлө милләт кешеләре йәшәй, ошо ҡойонан һыуҙар эсеп, ҡойоноң исеменә тап төшөрмәй бергә татыу, берҙәм йәшәргә яҙһын. Бер ҡасанда ҡоромаһын Дуҫлыҡ ҡойоһо.
Венер Хәмитов, "Нур" халыҡ бейеү ансамбле балетмейстры:
- Мәҙәниәт йорто алдында үҙем уйлап сығарып, үҙ ҡулдарым менән "Дуҫлыҡ" ҡойоһо эшләп ҡуйҙым. Был эште атҡарып сығыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән районыбыҙҙың Мәрхәмәтлек фондына, "Арзан" магазины хужаһы Мәрүәр Сәғәҙиеваға һәм Яңы Мораптал мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Был хаҡта ла мәҡәлә гәзиттә бөгөн донъя күрҙе.