Все новости
Байрам шандауы
10 Сентября 2022, 11:26

Ҡала ынйылары

Кисә Милли кейем көнө тип көнө буйы тырышып яҙып ултырып та, барыбер, гонаһ ҡылып ташлағанбыҙ.

Ҡала ынйылары
Ҡала ынйылары
Күмертау ҡала дауаханаһының "Ынйылар" вокал ансамбле күҙ уңынан төшөп ҡалған! Ғәфү итмәҫлек хатабыҙ тип баһалайбыҙ быны. Һәм төҙәлергә ашығабыҙ (рәхмәт, үҙебеҙгә яҙып, хәтергә төшөрҙөләр). 
"Ынйылар" ансамбле дауахананың ғына түгел, бөтә Күмертауҙың йөҙөк ҡашы, ынйыһы ла ул. Ҡыҙҙар һөнәрҙәрен, кешене дауалауға бағышламай, мәҙәниәткә килһәләр ҙә, бик йыраҡ китерҙәр ине, биллаһи. 
Кисәге байрам менән, ҡыҙҙар, тағы ла оҙаҡ йылдар ынйылай балҡып, нурҙарығыҙҙы, йылығыҙҙы башҡаларға ла өләшеп йәшәгеҙ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: