Все новости
Байрам шандауы
18 Ноября 2022, 09:10

Игенселәргә - дан!

Районыбыҙ яландарында: 12 ауыл хужалығы предприятиеһы, 123 крәҫтиән-фермер хужалығы һәм 9400 шәхси хужалыҡтар эшләп килә. 

Игенселәргә - дан!
Игенселәргә - дан!

Бөгөнгө көндә беҙ барыбыҙ ҙа ябай булмаған шарттарҙа йәшәйбеҙ, илебеҙгә ҙур һынау килде, быға бәйле ауыл хужалығында эшләүсе, ауылдарыбыҙҙың эшсән егеттәре, ҡурҡып ҡасып ятманы ил һағына юлланды. Беҙ уларҙы ярҙамһыҙ, иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ, ҡулыбыҙҙан килгәнсе ярҙам тупланыҡ, Һарытауға, Пензаға һәм хатта махсус операция барған ерҙәргә лә посылкалар алып барҙыҡ. Ошо ҙур эште башҡарып сығыуға өлөш индергән һәр бер кешегә, хужалыҡтарға, шәхси эшҡыуарҙарға ҙур рәхмәтемде еткерәм. Ауырлыҡтар килгәндә барыбыҙ ҙа берләшеп, көслө рухыбыҙҙы күрһәттек. Егеттәребеҙ өсөн дә, уларға ярҙам итеүселәр өсөн дә ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисерәмен.

БауырһаҡФест байрамынан репортаж тулы килеш бөгөн гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: