Все новости
Байрам шандауы
16 Января 2023, 14:33

Иң шәп шыршы - Кинйәлә!

- Балалар бәләкәй булғас өй эсенә шыршы ҡуйып булмай.

Иң шәп шыршы -  Кинйәлә!
Иң шәп шыршы - Кинйәлә!

Шуға күрә, тормош иптәшем менән тыштағы шыршыбыҙҙы биҙәп ҡуйырға булдыҡ. Инде икенсе йыл рәттән ошо шыршыны биҙәйбеҙ. Бейеккә менеп ҡуя торған махсус баҫҡыс булмағас, ауырыраҡҡа тура килә, тормош иптәшемә, шыршыны биҙәп бөткәнсе, әллә нисә тапҡыр менеп төшөргә тура килде. Икенсе йылға, Алла бирһә, баҫҡысын да алырбыҙ, тип уйлап ҡуйҙыҡ. Өйҙө уратып башта ҡаҙауҙар ҡағып сыҡтыҡ, шунан ошо ҡаҙауҙарға гирляндаларҙы урынлаштырҙыҡ. Барлығы бөтә өйҙө һәм шыршыны биҙәүгә 150 метр гирлянда кәрәк булды, уларҙы Күмертауҙан барып һатып алабыҙ, 50 метрлап, тышта туңмай торғанын. Теүәл генә нисә һум киткәнен әйтеп тә булмай, ә яҡтылыҡ өсөн түләүгә килгәндә, былтыр ҡот осҡос хаҡтар килмәне инде, быйылға әле квитанцияларҙы алған юҡ. Был матурлыҡты күреп балаларыбыҙ шатлана, үҙебеҙ генә түгел, ауылдаштар ҙа һоҡланыуҙарын йәшермәй, хатта күрше Тимербай ауылы халҡы ла фото, видеоға төшөрөп ебәрәләр.

Материал тулыһынса гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: