-3 °С
Облачно
Ошо уҡ сарала ауылыбыҙҙа иңгә-иң терәшеп 50 йыл бергә йәшәгән ғаиләләрҙе лә тәбрикләү булды. Вәкил менән Зилә Вәлиуллиндарҙы, Петр менән Тамара Капустиндарҙы Зәк-Ишмәт ауылы биләмәһе башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов ҡотланы.
Байрам йыр-моңдан, күңел асыуҙан ғына тормай, бүләктәре лә кәрәк. Был сараны үткәреүҙә лә спонсор ярҙам күрһәтеүселәр булды. Йыл да төрлө саралар үткәреүҙә ярҙам иткән ауылыбыҙ башлығы Илшат Зәйнәғәбдиновҡа, фермерыбыҙ Әнүәр Усмановҡа, эшҡыуарҙарыбыҙ Айгөл менән Шакир Йосоповтарға оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.
Рәмилә ӘКБӘРОВА, Зәк-Ишмәт ауылы
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.