Все новости
Байрам шандауы
9 Марта 2023, 11:53

Бик күңелле үтте

“Йәгеҙ әле, Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар” ярышы, ауылыбыҙҙың һөйкөмлө, сибәр, уңған, етеҙ, әсәйҙәре һәм аҡыллы, шаян, матур, ҡыҙҙары өсөн бик күңелле үтте. 

Бик күңелле үтте
Бик күңелле үтте

Бәйгелә Айһылыу Ҡәҙерғолова ҡыҙы Азалия, Рәмилә Һөйөндөкөва ҡыҙы Әминә, Айгөл Ғәббәсова ҡыҙҙары Даяна һәм Данила һәм Эльмира Назарова ҡыҙҙары Алия һәм Алина ҡанташтылар. Бәйге матур йөкмәткеле концерт номерҙары менән биҙәлеп барҙы. Оҫталыҡта, етеҙлектә, матурлыҡта көс һынашҡан әсәй менән ҡыҙҙарыбыҙҙы, жюри составы һәр береһен еңеүсе тип таныны. Әүҙем матур ғаиләләребеҙ дипломдар, рәхмәт хаттары һәм бүләктәр менән бүләкләнде. Ҡәҙерле Әсәләр һәм ҡыҙҙар! Байрам кисәбеҙҙе йәмләп, беҙҙең, тамашасыларыбыҙҙың күңелдәрен асып, ял сәғәттәрен бүләк иткәнегеҙ өсөн, оло рәхмәт белдерәбеҙ, Һеҙгә уңыштар, сәләмәтлек, шатлыҡ һәм ғаилә бәхетле теләйбеҙ.
Имен булып атһын таң ҡояшы,
Йөҙөгөҙгә нурҙар һибелһен.
Һәр яңы таң һеҙгә бөтмәҫ шатлыҡ
Һәм ғүмерлек бәхет килтерһен!

Автор:
Читайте нас: