Все новости
Байрам уңайынан
8 Июня 2018, 11:51

“МЕҢЛӘТӘ ИЗГЕЛЕК БУЛЫП ҠАЙТА”

Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү – дәүләттең төп функцияларының береһе. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2000 йылдың 27 октябрендәге Указына ярашлы 8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө булараҡ билдәләнә башланы. Һөнәри байрамдары уңайынан районыбыҙ һәм ҡалабыҙ социаль хеҙмәткәрҙәренең барыһына ла эскерһеҙ, тырыш хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Кешеләрҙең рәхмәт һүҙҙәре һеҙҙе ғүмер буйы оҙата барһын!

Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү – дәүләттең төп функцияларының береһе. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2000 йылдың 27 октябрендәге Указына ярашлы 8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө булараҡ билдәләнә башланы. Һөнәри байрамдары уңайынан районыбыҙ һәм ҡалабыҙ социаль хеҙмәткәрҙәренең барыһына ла эскерһеҙ, тырыш хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Кешеләрҙең рәхмәт һүҙҙәре һеҙҙе ғүмер буйы оҙата барһын!

Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең төп бурысы, көндәлек эше ололар хаҡында ҡайғыртыуға ҡоролған. Улар һөнәре үҙ эшенә мөкиббән бирелеүҙе, кешелеклелек сифаттарына эйә, психологик йәһәттән камил булыуҙы күҙ уңында тота. Киң күңелле, алсаҡ, шәфҡәтле, тырыш, сабыр кеше генә был һөнәр эйәһе була ала. Районыбыҙҙа оло йәштәгеләргә үҙ йылыһын өләшкән 22 социаль хеҙмәткәр эшләй. Улар оло йәштәге кешеләр өсөн ярҙамсы ғына түгел, бында һәр кем менән аралаша белеүе, уртаҡ тел табыу ҙа мөһим. Үҙ ҡарамағындағы инәй-бабайҙар янына аҙнаһына икешәр тапҡыр барырға тейеш социаль хеҙмәткәрҙәребеҙҙең һәр береһе үҙ бурыстарын еренә еткереп үтәргә тырыша. Уларҙың һәр береһе маҡтауға лайыҡ, әлбиттә, береһен дә айырып әйтеүгә мөмкин түгел.

Уларҙың бурыстары аныҡ билдәләнгән, үтәлеш шарттары һәм хеҙмәттең хаҡтары ла күрһәтелгән, барыһы ла ҡануни йәһәттән нығытылған. Пенсияһы йәшәү минимумынан аҙ булғандар бушлай хеҙмәтләндерелә, әгәр йәшәү минимумынан артһа, түләүле.

Мәҫәлән: иҙән йыуыу (1кв. метр) – 7 һум 32 тин; тәҙрә йыуыу – (1 кв.метр) – 8 һум 79 тин; һауыт-һаба йыуыу (1 тапҡыр) – 8 һум 79 тин, аяҡ тырнағын киҫеү – 8 һум 79 тин; ҡул тырнағын киҫеү – 5 һум 86 тин; баҡсаға һыу һибеү (1 һыу һипкес) – 5,86 тин; ашарға бешереү (1 тапҡыр) – 26 һум 36 тин; ашарға бешерергә ярҙамлашыу (1 тапҡыр) – 14 һум 65 тин; йортто сүп-сарҙан таҙартыу (1 кв. метр) – 11 һум 72 тин; керҙәрҙе үтекләү (3 кг) – 14 һум 65 тин; өҫ кейемен алыштырыу (1 тапҡыр) – 5 һум 86 тин.

Менәүәрә УРМАНЦЕВА, Яманһары ауылы:

- Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә 13 йыл оло кешеләрҙең рәхмәтенә ирешеп, тырышып эшләйем. 1992 йылда Ҡаҙарма ауылынан килен булып төштөм дә Яманһарыла төпләндем. Эшләй башлағанымда 6 ғына кеше булһа, хәҙер 14 оло йәштәге инәй-бабайҙарым бар. Һәр ҡайһыһына аҙнаһына икешәр тапҡыр барырға тырышам. Үҙем ауылда ағинәйҙәр ойошмаһында ла, ҡатын-ҡыҙҙар советында ла йөрөгәс, төрлө саҡтар була, әгәр районға йәмәғәтселек эштәре менән барып, уларға бара алмаһам, аңлайҙар үҙемде. Күберәге иҙән йыуыу, магазинға, дарыуханаға барыу, районға барып йомоштарын үтәү кеүек эштәрҙе башҡарам. Бер һүҙ менән әйткәндә, нимә ҡулымдан килә - иҫәпләшеп тормай барыһын да эшләйем. Инәй, бабайҙар ҙа үҙемде яраталар, “ҡыҙым”, тип кенә өндәшәләр. Хәҙер туғанлашып та бөттөк, бер ғаилә кеүек йәшәйбеҙ. Яңыраҡ тыуған көнөм булды, барыһы ла тиерлек килеп ҡотланылар, үҙе бер ҙур ҡыуаныс, ихтирам булды. Иң мөһиме уртаҡ тел табып, бер-беребеҙҙе аңлап йәшәйбеҙ. Эшемдең ауырлығын күрмәйем, шулай ҙа отчет тултырып, ҡағыҙ эше генә ваҡытты ала. Хәҙерге оло йәштәгеләрҙе элеккеләр менән сағыштырып булмай, күпкә заманса йәшәйҙәр. Һәр бер өйҙә йылы һыу бар, автомат машина, бәҙрәфтәре лә өйҙә. Шулай уҡ хәҙерге әбей-бабайҙар элеккеләр менән сағыштырғанда тиҙ ҡартаймайҙар. Эш башлаған йылдарымда, оло йәштәгеләр ярҙамға бигерәк мохтаж кеүектәр ине, хәҙер бына 82 йәшлек Ғөмәйрә инәйҙе сағыштырам да, ул әле шәп, гөрләтеп донъя көтә.

Рәсимә СОЛТАНГӘРӘЕВА, Таймаҫ ауылы:

- Кесе балама 1 йәш тулғас та 2015 йылда эшкә сыҡтым. Быға бер ҙә үкенмәйем, эшем ныҡ оҡшай. Һәр кемдең үҙ холҡо була, шуға иң мөһиме инәй-бабайҙар менән уртаҡ тел табыу. Әлеге ваҡытта 12 инәй-бабайҙы ҡарайым. Тағы ике кеше үҙен ҡарауҙы һорап ғариза яҙҙы. Ололарға, эшемдән бигерәк, аралашыу мөһимдер, тип уйлайым. Барғанымды көтөп торалар, аһ-зарҙарын да, ҡыуаныстарын да еткерәләр. Бер бабайым: “Әйҙә бер әбейҙе һоратып яусыға барайыҡ әле”, - тип тә көлдөрә. Ҡыҙым, кредит алып бир әле, тип тә мөрәжәғәт итәләр. Шөкөр, барыһы ла риза.

Ололарға ярҙам итеү миндә үҫмер саҡтан уҡ булғандыр. Әсәйем ауырығанда уны ҡарап тәрбиәләнек. Үҙем Ҡунаҡбай ҡыҙымын, йәш сағымда ауылымдағы инәйҙәр миңә укол һалдырырға, массаж яһатырға килә торғайнылар. Шулай уҡ 2013 йылда ауылдағы бер инәйҙе ҡарауға алдым, дүрт йыл тәрбиәләгәндән һуң мәрхүм булды. Оло йәштәгеләргә аҙ ғына ярҙамым тейһә лә, үҙемә ҙур ҡәнәғәтлек алам. Кешегә ярҙам итеүҙән ҡурҡырға ярамай, ул үҙеңә меңләтә изгелек булып ҡайта. Эште иҫәпләшеп тормайым, кәрәк икән - сәстәрен дә киҫәм (был һөнәргә уҡығайным). Оло кешеләрҙең рәхмәтен ишетеү - иң ҙур баһа.


Ғилминур ҺӨЙӘРЕМБӘТОВА, Шәбағыш ауылы:

- Беҙҙә социаль хеҙмәткәр булып Гүзәл Ҡасимова эшләй. Беҙ уны ныҡ яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Ул ауылда 14 оло йәштәгеләрҙе ҡарай. Үҙ эшен яратып, иғтибарлылыҡ менән 5 йыл хеҙмәт итә. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, бик тырыш, ололарҙы бер һүҙҙән аңлай торған изге кеше. Йәйге ямғыр, ҡышҡы буран тип тормай Ермолаевоға барып беҙгә дарыуҙар алып ҡайта. Машинаһы юҡ, барып еткәнсе өшөп-туңып бөтә, аҙаҡ ауырып та китә. Иртүк магазинға барып, ауылдың осонан-осона, ике ҡулына ике сумка тотоп, беҙгә аҙыҡ-түлек ташый. Бер ҙә иҫәпләшеп тормай, беҙҙең керҙәрҙе сумкаһына тултырып алып ҡайтып өйөндә йыуып та алып килә. Шундай изге күңелле ул беҙҙең Гүзәлебеҙ.
Читайте нас: