Все новости
Байрам уңайынан
8 Июня 2018, 11:55

ОЛО ЙӨРӘКЛЕЛӘР ҺӨНӘРЕ

Маяҡ ауылындағы психо-неврологик интернатты күптәр белә. Өс районда бар уның филиалдары, Свободалағы ҡарттар йорто ла уға ҡарай, Федоровкалағы интернатты ғына ябып ҡуйғандар - оптимизация. Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө уңайынан ПНИ директоры Ринат Ибраһимов менән осраштыҡ.

Маяҡ ауылындағы психо-неврологик интернатты күптәр белә. Өс районда бар уның филиалдары, Свободалағы ҡарттар йорто ла уға ҡарай, Федоровкалағы интернатты ғына ябып ҡуйғандар - оптимизация. Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө уңайынан ПНИ директоры Ринат Ибраһимов менән осраштыҡ.

- Йыл һайын июнь айында илебеҙҙә Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Был көн пенсионерҙарға, инвалидтарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға һ.б. – ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы гражданы итеп тойорға ярҙам итеүселәргә арнала.

Беҙҙә ҡарауһыҙ ауыр хәлдә ҡалғандарҙы, инвалидтарҙы көн әйләһенә урында ҡарайбыҙ. Ошондай күренеш булмаһын өсөн, балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләү мөһим. Улар үҙҙәренең ата-әсәһен ҡарттар йортона алып бармаҫҡа, ә үҙҙәре тәрбиәләргә бурыслы. Бигерәк тә ғаиләлә атайҙар роле, уларҙың бәҫе төштө. Шунлыҡтандыр, бәлки, беҙҙең күп проблемалар барлыҡҡа киләлер. Ирҙе ир иткән дә, ер иткән дә ҡатын, уларҙан күп нәмә тора. Тәрбиәүи йолалар юҡҡа сыға. Элек бит өҫтәл артына атай кеше ултырмайынса берәүҙә ашай башламаған, ә уны ихтирам итеп көтөп ултырғандар. Хәҙер ир-аттарҙы хөрмәтләү урынына ҡатын-ҡыҙҙар уларҙың салбарын, башлыҡтарын кейеп, елдереп машиналарында йөрөйҙәр. Халыҡтың матур ғәҙәттәре юҡ була, башҡорт-татарҙа борондан килгән йола - ир ир урынында, ҡатын ҡатын урынында булһа, бәлки, ҡарттар йорто ла булмаҫ ине.

Быйыл “Ғаилә” йылы булғанлыҡтан беҙ ҙә коллектив менән ғаиләләрҙе һаҡлау, яҡлау өсөн төрлө тәрбиәүи саралар үткәрәбеҙ. Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең балаларын саҡырып ата-әсәләренең эштәре менән таныштырабыҙ. Улар үҙҙәренең ата-әсәһе һөнәре менән ғорурланһындар, уларҙы ихтирам итһендәр, тип тырышабыҙ.

Ғөмүмән әйткәндә, ата-әсәне хөрмәтләп, донъяның рәхәтлеген күреп йәшәй белер кәрәк. Берәүҙәргә айфон кәрәк, икенселәргә текә машина, донъя артынан ҡыуалар. Ә бит уйлап ҡараһаң, һинең һау булып, аяҡ-ҡулдарың йөрөһә, шул үҙе бер оло бәхет. Күп кешеләр беҙҙең интернатҡа килеп, һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе күреп ғибрәт алып, үҙҙәренең ниндәй бәхетле икәнлектәрен аңлайҙар.

Форсаттан файҙаланып барлыҡ социаль хеҙмәткәрҙәрҙе лә һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайым. Был һөнәрҙе оло йөрәкле кешеләр генә һайлай. Еңел булмаған эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет теләйем. Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай. Һеҙҙең дә мохтаждарға күрһәткән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә сауап булып әйләнеп ҡайтһын! - ти Ринат Ғәфүр улы.
Читайте нас: