Все новости
Байрам уңайынан
9 Июня 2018, 12:06

ХЕҘМӘТЕБЕҘ ҮТӘ ЛӘ НЕСКӘ

Йыл да июндә илебеҙҙә Архивтар көнө. Рәсәйҙә был хеҙмәт Петр Беренсе хакимлығы осоронда барлыҡҡа килә. Указға ярашлы, барлыҡ документтар махсус урында һаҡланырға тейеш була. Революция осоронда империяның архивынан баш тартып, яңы иҫәп башлана. Шуға быйыл был хеҙмәттең 100 йыллығын билдәләйбеҙ. Башҡортостандың архив хеҙмәте лә киләһе йылда бер быуатлыҡ юбилейын билдәләйәсәк.

Йыл да июндә илебеҙҙә Архивтар көнө. Рәсәйҙә был хеҙмәт Петр Беренсе хакимлығы осоронда барлыҡҡа килә. Указға ярашлы, барлыҡ документтар махсус урында һаҡланырға тейеш була. Революция осоронда империяның архивынан баш тартып, яңы иҫәп башлана. Шуға быйыл был хеҙмәттең 100 йыллығын билдәләйбеҙ. Башҡортостандың архив хеҙмәте лә киләһе йылда бер быуатлыҡ юбилейын билдәләйәсәк.

Байрам уңайынан “Юшатыр” Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы архивтары начальниктарының хәлдәрен белешеп, улар менән бәйләнешкә сыҡты.

Любовь ПОПОВА, Күмертау ҡалаһы архивы начальнигы:

- Ҡалабыҙҙа архив системаһы ойошторолғанға былтыр 60 йыл булды. Беҙҙең архив фондында бөгөн 54 мең эш һаҡлана. 313 юҡҡа сыҡҡан предприятиеларҙың документтары ла бар. Былтыр бинабыҙға 3 млн. һумлыҡ капиталь ремонт яһаныҡ. Бының өсөн ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляевҡа ҙур рәхмәт. Былтыр шулай уҡ 580 меңгә күптән хыялланған сканер алдыҡ. Юғиһә, элекке ҡорамал оҙаҡ эшләп, бер документты 8 минут күсерә ине.

Мин үҙем 1990 йылдан бирле ошонда эшләйем. Беҙҙең хеҙмәттә кеше оҙаҡ түҙмәй, үҙ күңелен биргән кешеләр генә эшләй ала. Беҙ, эш хаҡы аҙ булыуға ҡарамаҫтан, үҙ вазифаларыбыҙға намыҫ менән ҡарайбыҙ. Халыҡ өсөн хеҙмәт итәбеҙ. Хеҙмәтебеҙҙең һөҙөмтәһен күреп шатланабыҙ, эшебеҙ рәхмәтле. Берәйһе эҙләп килгән документты табаһың икән, ҙур ҡыуаныс кисерәһең. Беҙгә йылына 7 меңләп мөрәжәғәт килә. Республика, Рәсәй күләмендә үткән конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайбыҙ. Уҡыусылар менән осрашыуҙар ойошторабыҙ.

Мөмкинлектән файҙаланып, барлыҡ архив хеҙмәткәрҙәрен дә һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Һәр кемгә үҙ эшенә бирелеп, уның нескәлектәренә төшөнөп эшләргә яҙһын. Именлек, һаулыҡ, уңыштар теләйем.

Наталия АФОНИНА, Көйөргәҙе районы архивы начальнигы:

- Көйөргәҙе районы архивы район хакимиәте бинаһының 1-се ҡатында урынлашҡан. 2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата район архивында 138 фонд, 22653 эш һаҡлана. Архивта һәр кешенең шәхси белешмәләре бар, беҙҙең эш шуныһы менән үҙенсәлекле. Төп эшебеҙ - халыҡҡа эҙләгән документтарын табып биреү, уларҙы ҡыҙыҡһындырған ҡағыҙҙары менән таныштырыу. Хеҙмәтебеҙҙең нескәлеген аңлаған кешегә бик ҡыҙыҡлы эш. Бар коллегаларымды ла байрам менән ҡотлайым. Эштәрендә уңыштар, ғаиләләрендә именлек теләйем.
Читайте нас: