Мәүлиҙә Шәүрәт ҡыҙы Саҙиҡованы Түкән мәктәбендә математика фәненән уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡас, 2013 йылда Свобода почта бүлеге начальнигы итеп эшкә саҡыралар. 62 йәшендә булһа ла, ул әле лә эшенә дәртләнеп бара.
«Халыҡ менән эшләүе миңә бик оҡшай. Ауыл халҡына почта бик кәрәк. Беҙ почта хеҙмәтен генә түгел, ә башҡа бик күп эштәрҙе башҡарабыҙ. Беҙҙе хәҙер шулай уҡ магазинға ла әйләндерҙеләр. Ауылдарҙа күбеһенсә оло йәштәгеләр көн итә. Шуға күрә әбей-бабайҙарға кәрәк булған аҙыҡ-түлекте һәм башҡа кәрәк әйберҙәрен почтальоныбыҙ өйҙәренә тиклем алып барып бирә. Бурысҡа ла биреп торабыҙ. Һуңғы ваҡытта, хатта, телевизор, һыуытҡыстар ҙа һата башланыҡ. Ауыл халҡы был көнкүреш техникаларын бик теләп ала, сөнки беҙ уларға яйлап түләү ысулы тәҡдим итәбеҙ. «Тағы ҡасан килтерәһегеҙ?» - тип һорайҙар. Свобода ҡарттар йортонда йәшәүселәргә лә барлыҡ кәрәкле әйберҙәрен килтереп бирәбеҙ. Почтальоныбыҙ Ольга Ивановна Головина бик тырышып эшләй. Почта бүлексәһе мәктәп бинаһында урынлашҡан. Бында йылы, яҡты. Мәктәп уҡыусыларына ла уңайлы. Ручка, дәфтәр, ҡәләм йә башҡа кәрәк-яраҡтарын беҙҙән генә һатып алалар. Ауылыбыҙҙа башланғыс мәктәп кенә булғас, уҡытыусылар ҙа аҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, гәзит-журналдарға яҙылыуҙы ла 100 процентҡа үтәнек. Тырышып эшләнек, йорттар буйлап та йөрөнөк. Ауыл халҡы почтаһыҙ нисек йәшәр ине икән? Беҙ уларҙың төрлө түләүҙәрен дә үҙебеҙ түләп, квитанцияларын кире алып барып бирәбеҙ. Аҙыҡ-түлекте беҙгә социаль программа буйынса арзан хаҡҡа алып киләләр. Бер ҡап макарон 12 һумға ғына һатыла беҙҙә. Халыҡ яратып ала. Почта бүлексәһенә һатыу буйынса айына 50 мең һум тирәһе план ҡуйыла. Ул планды ла үтәп барабыҙ. 90 мең һумға тиклем еткергәнебеҙ ҙә бар. Ҡыҙғанысҡа, эш көнөбөҙҙө ҡыҫҡарттылар. Әле беҙ аҙнаһына 3 көн генә, 0,5 ставкаға эшләйбеҙ. Эшебеҙ еңелдән булмаһа ла, халыҡҡа ҙур ярҙамыбыҙ тейеүе менән беҙ бигерәк бәхетлебеҙ», - тип һөйләне беҙгә Мәүлиҙә Саҙиҡова үҙенең яратҡан эше хаҡында.
Хөрмәтле почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәре!
Һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй почтаһы көнө уңайынан ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!
Почта – элемтә бәйләнешенең иң боронғо төрҙәренең береһе, техник прогрестың барлыҡ ҡаҙаныштарына, коммуникацияларҙың тиҙ үҫешенә ҡарамаҫтан, тормошобоҙҙа ныҡлы, йәтеш һәм ышаныслы сара булып ҡала. Яңы шарттарҙа – мобиль телефондар һәм Интернет заманында Рәсәй почтаһы ваҡыт менән йәнәшә атлай. Бөгөн барлыҡ бүлексәләрҙә лә граждандарҙы, предприятие һәм ойошмаларҙы хеҙмәт күрһәтеүҙең яңы төрҙәре менән тәьмин итеү эше яйға һалынған.
Тормош үҙгәреп торһа ла, тармаҡтың уңышлы һәм сифатлы үҫешенең төп шарты булып уның хеҙмәткәрҙәре тора, бының өсөн беҙ уларға ысын күңелдән рәхмәтлебеҙ.Үҙ һөнәри кимәлегеҙҙе күтәреп, һеҙ тармаҡтың артабанғы үҫеше өсөн ҡулығыҙҙан килгәндең барыһын да эшләйһегеҙ.
Йәш быуынға үҙ эш тәжрибәһен еткереүсе, почтаның күп йыллыҡ традицияларын һаҡлаусы почта ветерандарына айырым рәхмәт әйтәһем килә.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм байрам кәйефе теләйем!
Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы
Күмертау почтамтының барлыҡ хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре һәм хеҙмәт ветерандары!
Һөнәри байрамығыҙ уңайынан ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!
Почта элемтәһе көндәлек тормошобоҙ менән тығыҙ бәйле. Һеҙ иң яңы мәғлүмәттәргә эйә ваҡытлы матбуғат баҫмаларын халыҡҡа еткерәһегеҙ, пенсия, пособиеларҙы даими рәүештә таратаһығыҙ. Матбуғат бҫмаларына яҙҙырыу буйынса ең һыҙғанып эшләйһегеҙ. Заман менән бер тигеҙ атлар өсөн йылдан-йыл яңы технологияларҙы үҙләштерәһегеҙ, ваҡыт менән иҫәпләшмәй, эштең сифатын күтәреү өҫтөндә эшләйһегеҙ. Был почта элемтәһенең иртәгәһе көнөнә ныҡлы ышаныс уята.
Хөрмәтле почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәре, еңелдән булмаған эшегеҙҙә уңыштар һәм яңынан-яңы үрҙәр яулауығыҙҙы теләйем, барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек һәм ғаилә бәхете теләйем.
Б.В. БЕЛЯЕВ,
Күмертау ҡалаһы ҡала округы
Хакимиәте башлығы