Хәҙерге ваҡытта ветеринария хеҙмәткәрҙәренә бик тә көсөргәнешле эшләргә тура килә. Үҙегеҙ белеп, күреп тораһығыҙ: илдең әле бер төбәгендә ҡош киҙеүе, икенсе бер төбәгендә бруцеллез ауырыуы тарала. Мал-тыуарҙың, ҡош-ҡорттоң именлеге өсөн иң беренсе сиратта беҙ яуаплы.
Мин етәкләгән Абдул участкаhын хеҙмәтләндереүсе ветеринария эшсәндәре Әлфиә Хәйбуллина, Садет Сары, Әнүәр Хәлилов, Илшат Тәржемәнов, Ғәлим Хәбибулин үҙ һөнәрҙәрен яратып, уға тоғро ҡалып башҡара. Беҙҙең ҡарамаҡта 3 силсәүит. Яҡшымбәт, Абдул, Ҡарай, Яҡуп, Санйын, Кинйә-Абыҙ,Түкән, Тимербай ауылдарындағы шәхси хужалыҡтарҙың, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының, ауыл хужалығы кооперативтарының мал-тыуарын, ҡош-ҡортон хеҙмәтләндерәбеҙ. Барлығы 4500 баш һыйыр малы, 2500 баш кәзә-һарыҡ, 250 баш йылҡы, 530 баш сусҡа, 480 эт, 420 бесәй иҫәптә тора. Беҙгә, ветеринар хеҙмәткәрҙәренә, бик тә яуаплы hәм ауыр эш йөкмәтелгән, шуға күрә hәр эшкә яуаплы ҡарайбыҙ, еңелдән булмаған хеҙмәтебеҙҙе яҡшы hөҙөмтәләр менән башҡарып сығабыҙ. Әлеге көндәрҙә барлыҡ ауылдарҙа ҡотороу ауырыуына ҡаршы вакцинация hалып сыҡтыҡ. Инде хәҙер һыйыр малдарынан ҡан ала башлайбыҙ. Уларҙа лейкоз, бруцеллез ауырыуҙары булыу-булмауын тикшерәбеҙ. Яңыраҡ ҡына беҙҙең Көйөргәҙе районына күрше Ырымбур өлкәһенең Октябрь районы Түбәнге Гөмбәт ауылындағы мал-тыуарҙа бруцеллез ауырыуы барлығы билдәле булды. Был ветеринария хеҙмәткәрҙәрендә яуаплылыҡты икеләтә арттыра.
Эшебеҙ тынғыһыҙ ҙа, яуаплы ла. Йыл әйләнәһенә һәр ауылды 7 тапҡыр үтеп сығабыҙ. Ветеринария хеҙмәткәрҙәре байрамы менән барлыҡ коллегаларымды ысын күңелдән ҡотлайым, уларға ныҡлы һаулыҡ, яратҡан эштәрендә уңыштар теләйем.