Все новости
Байрам уңайынан
31 Августа 2018, 12:27

ҠОТ ӨҪТӘЙҘЕР

Туған илебеҙҙә сентябрҙең беренсе йәкшәмбеһендә газ һәм нефть сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй.

Туған илебеҙҙә сентябрҙең беренсе йәкшәмбеһендә газ һәм нефть сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй.


«Күмертаугаз» ойошмаһы беҙҙе ярты быуаттан ашыу бер өҙлөкһөҙ газ менән тәьмин итә. Ун биш йылдан ашыу инде үҙ һөнәренең оҫтаһы булған ошо ойошмаһының газ слесары Салауат Байғужин (фотола) беҙҙе, ҡулланыусыларҙы, газ менән тәьмин итеүҙә әүҙем эшләй.

- Тәү сиратта төп иғтибарҙы халыҡтың хәүефһеҙлегенә бүләбеҙ. Элегерәк, газ үтмәгән саҡта, кешеләрҙең күбеһендә мейес ине, ул хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәү сәбәпле, кешеләрҙең баштарына еҫ тейеп, ағыуланып үлеү осраҡтары күҙәтелә торғайны. Хәҙер беҙ газ менән нисек файҙаланырға икәнлеге буйынса халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барабыҙ, заманса өйҙәренә кешеләр газ ҡаҙанлыҡтары менән бергә газ плиталары ҡуя, иҫәпләү приборҙарын урынлаштыра, халҡыбыҙҙың газға һаҡсыл ҡарау мәҙәнилегенең үҫеүе күҙәтелә, - ти Салауат Байғужин.

Беҙҙең төбәкте зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙә слесарҙар: Яҡшымбәттән Раил Рафиҡ улы Аллабирҙин, Көйөргәҙе ауылынан Вил Әнүәр улы Кинйәғолов шулай уҡ үҙ вазифаларына етди ҡарай, тырышып эшләй.
Читайте нас: