Байрам уңайынан
28 Сентября 2018, 09:45

ҠАРАУСЫҺЫҘ ҠАЛМАҺЫНДАР

Ололар байрамы уңайынан беҙ райондың “Поколение” Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе Лильфира Солтангәрәева менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Ололар байрамы уңайынан беҙ райондың “Поколение” Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе Лильфира Солтангәрәева менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Районыбыҙҙағы оло йәштәге инәй-бабайҙарҙың йәшәйеше тураһында һораштыҡ.


- Лильфира Идеаловна, районда нисә социаль хеҙмәткәр бар, һәм улар нисә кешене хеҙмәтләндерә?

- Районыбыҙҙа социаль ярҙамға мохтаж булған инвалид һәм пенсия йәшендә булмаған 8 кешегә, йәнә хаҡлы ялдағағы 302 бабай-инәйгә үҙ йылыһын өләшкән 20 социаль хеҙмәткәр эшләй. Беҙҙең ҡарамаҡтағы иң оло йәштәге кешегә 92 йәш. Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең барыһы ла маҡтауға лайыҡ, беҙ уларҙы эшкә ауыл советы хакимиәте тәҡдиме менән алабыҙ.

- Норма буйынса бер хеҙмәткәргә нисә социаль ярҙамға мохтаж кеше булырға тейеш һәм барлыҡ хеҙмәттәр ҙә бушлаймы?

- Норматив документтарға ҡараһаң, бер социаль хҙмәткәргә 14 кеше булырға тейеш. Улар үҙ ҡул аҫтындағы мохтаждарға аҙнаһына ике тапҡыр барып ярҙам итә. Буш тип һаналған хеҙмәттәр бар, түләүле тигәне лә бар.

- Түләүлегә ниндәй хеҙмәттәр инә? Массаж ҡаралғанмы?

- Массаж юҡ, әммә сәс, тырнаҡтар киҫеү бар. Пенсияһы йәшәү минимумынан аҙ булғандар бушлай хеҙмәтләндерелә, әгәр йәшәү минимумынан артһа - түләүле. Тик күптәр, түләүле хеҙмәт өсөн пенсия алғас та барып аҡса һораһаң, аҡсам юҡ, тиҙәр. Беҙ килгәнсе пенсияһын балаларына биреп бөтәләр. Сөнки йәштәргә йәшәү ауыр хәҙер. Кемдеңдер - ипотека, кемдеңдер балаһы уҡый, береһенең эше юҡ. Ә түләүле хеҙмәттән килгән аҡса беҙҙең хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын МРОТҡа еткереүгә китә.

- Үҙҙәре күптән пенсияла булғас, пенсия йәшен арттырыу хаҡында уйлап та бирмәйҙәрҙер?

- Уйлайҙар, беҙҙең оло йәштәге кешеләр сәйәсәт, илдә барған яңылыҡтар менән даими ҡыҙыҡһыналар. Үҙҙәренә 70-90 йәш булһа ла, пенсия йәшен арттырыуға ҡырҡа ҡаршы беҙҙең ололар. Беҙгә лә, ниңә улайталар, нишләп юғарыла ултырған түрәләргә, улайтырға ярамай, тип әйтмәйһегеҙ, тиҙәр. Улар үҙҙәре пенсияла булһа ла, балалары өсөн өҙгөләнәләр. Ә үҙҙәренә аҡса күп сарыф ителмәй уларҙың, кейем-һалым бик алып бармайҙар, сәйәхәткә сыҡмайҙар. Шул балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн хафаланалар. Хәҙер ауылда ла оло йәштәге инәй-бабайҙарға тормош еңеләйә: өйҙрендә йылы һыу, газ, бәҙрәф, хатта ҡайһы берәүҙәрҙә ванна ла ҡуйылған. Әлбиттә, был уңайлыҡтар беҙҙең социаль хеҙмәткәрҙәрҙең дә эшен еңеләйтә.

- Бөгөнгө инәй-бабайҙарға нимә етмәй?

- Күбеһенә аралашыу, күңел йылыһы, иғтибар етмәй. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр эштәрен эшләп бөтөп, ҡайтыу яғын ҡарамайҙар, шул оло кешеләр менән һөйләшәләр, аралашалар. Үҙҙәре лә, ҡайтайыҡ тиһәк, бер ҙә улай килеп сыҡмай, тиҙәр. Кемдер китап уҡыған да шуның эстәлеген һөйләй, кемдер башҡа нимә. Шулай тағы бер сәғәт тирәһе аралашыуға китә, тип көләләр. Аралашыу күберәк осраҡта бабайҙарға етмәй. Әбейҙәр улар күршеһенә кереп һөйләшеп сыҡһа ла күңелдәре бушай, ә бына бабайҙарға был йәһәттән бөтөнләй яңғыҙҙар. Шулай уҡ оло йәштәгеләр менән психолог та булыр кәрәк. Уларҙың һәр һүҙен тыңлап, тел менән дә ярҙам итә белер кәрәк. Эш ауыр әлбиттә. Мәҫәлән Керәүле-Илюшкин ауылынан күрше ауылға, Ҡотлоюлдан Яҡшымбәткә йөрөп эшләүселәр ҙә бар. Күп кенә социаль хеҙмәткәрҙәр хаҡлы ялға сыҡҡас та эштәренән китәләр, сөнки эштәре, ысынлап та, ныҡ көсөргәнешле.

- Оло йәштәгеләргә ниндәйерәк хеҙмәткәрҙәр кәрәк, барыһы ла ҡәнәғәтме үҙ эшселәренән?

- Барыһы ла ҡәнәғәт, сөнки беҙҙә үҙ эштәрен белеп башҡарған, кешелекле кешеләр эшләй. Ололар үҙҙәре лә, беҙгә ана шундай киң күңелле, тыныс, асыҡ кеше кәрәк, тиҙәр. Хатта бер бабай, йәшерәк социаль хеҙмәткәр кәрәк, тип тә әйткәне булды. Иң мөһим сифат - аралашыусанлыҡ инде, сөнки хәҙер бит күрше-күршегә кермәй, һәр кем өйөндә үҙ аллы донъя көтә, шуға ла, ҡабатлап әйтәм, ололарға аралашыу етмәй. Социаль хеҙмәткәрҙәрҙе ауыл советы кәңәш итә, шул уңайҙан бер хәл иҫкә төштө. Бер хеҙмәткәребеҙ ниңәлер эскән булған, килде лә ауыл советы хакимиәте башлығы флаг үптереп башҡа эсмәҫкә вәғәҙә бирҙерҙе, тип көлә ине. Беҙҙә берәү ҙә бер кемде лә көсләп тотмай, һәр кем үҙ урынында эшләй, төп шарт - оло йәштәгеләр ҡәнәғәт булһын.

- Хәҙер туғандары, күршеләре ҡарттарҙы ҡарайбыҙ, тип документ юллаған осраҡтар йыш осрай. Был һеҙҙең эшегеҙҙе тартып алыу булмаймы?

- Юҡ. 80 йәште үткән инәй-бабайҙарҙы, йә 1-се төркөм инвалид булғандарҙы пенсия фонды аша юллайҙар. Был практика күпләп ҡулланыла, кемгәлер ошондай мохтаждарҙы ҡараған өсөн аҡса килһә, насармы ни? Иң мөһиме – оло йәштәге кешеләр ҡараусыһыҙ ҡалмаһындар.

- Оло йәштәгеләргә әйтер һүҙегеҙ?

- Оло йәштәгеләрҙең барыһын да байрамдары менән ҡотлайым. Уларға иҫән-һау булып, күңел тыныслығында, яҡындары янында хөрмәттә генә йәшәүҙәрен теләйем. Ә инде социаль ярҙамға мохтаждар бар икән, беҙ уларҙы Ермолаево ауылы, Совет урамы 69 йортонда көтөп ҡалабыҙ. Һорауҙар буйынса 60-0-90 телефон номерына шылтырата алалар.
Читайте нас