Уҡытыусы - ул талапсан да, ваҡыты менән ҡәтғи ҙә, әммә йомшаҡ күңелле, кешелекле, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер тороусы күркәм шәхес һәм изге йән.
Тормошта һәр кемдең яратҡан уҡытыусыһы була. Ул уны ғүмере буйына хөрмәт итә һәм рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала. Онотмай, йөрәк түрендә һаҡлай. Яңы Таймаҫ ауылында оҙаҡ йылдар мәктәп директоры, уҡытыусы булып эшләп, әлеге көндә хаҡлы ялдағы Тәнзилә Абдуллинаны ла уҡыусылары тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала.
Тәнзилә Хәмзә ҡыҙы үҙ һөнәренә ғашиҡ кеше. Уның эш стажы - 44 йыл. Шуның 12 йылы директор вазифаһын башҡарһа, 24 йылы директор урынбаҫары һәм ҡалған йылдары уҡытыусы була ул.
“Миңә балалар уҡытыу бер ваҡытта ла ауыр булманы, ә, киреһенсә, шул тиклем рәхәт ине. Тап ошо һөнәрҙе һайлағаным менән бәхетлемен. Әгәр кире йәшлегемә ҡайтып, һөнәр һайла, тиһәләр, кире уҡытыусы һөнәренә өҫтөнлөк бирер инем. Таймаҫ мәктәбендә эш башлағанда 800-ҙән артыҡ уҡыусы белем ала торғайны. Мәктәптә һыйыш булмай, ике смена уҡыттыҡ. Коллективым ныҡ яҡшы, берҙәм булды. Төрлө республика саралары, семинарҙар ҙа беҙҙең мәктәптә үтә торғайны. “Таймаҫтар һәр саҡ яңы алым уйлап сығара ул”, - тип беҙҙең асыҡ дәрестәргә теләп килә торғайнылар. “Фәһем алдыҡ үҙебеҙгә”, - тип маҡтап, рәхмәттәр әйтеп таралышыр ине уҡытыусылар. Уҡытҡан балаларым менән шатланып, улар менән һәр саҡ йәш булып тик йөрөнөм. Уҡыусыларым әле лә онотмай. Һәр саҡ шылтыратып хәл белешеп торалар, байрамдарҙа, бүләктәрен тотоп, өйгә килеп тә инәләр. Ата-әсәләре лә осраған һайын йылы һүҙҙәрен әйтеп, рәхмәт яуҙыралар. Ошо күренеште күргән һайын һөнәремә ҡабаттан ғашиҡмын, тормошома рәхмәтлемен”, - ти РФ отличнигы, хеҙмәт ветераны.
Тәнзилә Абдуллина башҡалар араһында һәр саҡ асыҡ дәрестәр күрһәтеп, алдынғы ҡарашлы булыуы менән дә хөрмәт яулаған. Уның эштәрен баһалаған Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары бихисап.
“Кешеләрҙең таланттарын күреп, уларҙы үҫтерә белде. Ауыр саҡта әсәйҙәрсә мөнәсәбәттә булып, ҡулын һуҙҙы, ҡолап китер мәлдә иңен ҡуйҙы. Тәнзилә Хәмзә ҡыҙын беҙҙең пәйғәмбәр затынан, тип әйтергә хоҡуғыбыҙ бар. Биргән белемдәре, беҙгә ҡарата түҙемле һәм аңлай белеүҙәре өсөн ысын күңелдән рәхмәт еткерәбеҙ”, - тиҙәр Тәнзилә Хәмзә ҡыҙына уҡыусылары, коллегалары.
Үҙеңдең исемгә ошондай йылы һүҙҙәр ишетеү ул үҙе ҙур бәхет, оло ҡыуаныс. Тәнзилә Абдуллинаға ҡарата тап рәхмәт һүҙҙәре яуа икән, тимәк, был шәхес ысынлап та, бөйөк исемде йөрөтөргә хоҡуҡлы, ул - ысын уҡытыусы!