Все новости
Байрам уңайынан
12 Октября 2018, 14:22

АЛЛЕЯНЫ АҒАСТАР БИҘӘР

Дүшәмбе көндө ҡалала Республика көнөнә арналған экологик акция үтте.

Дүшәмбе көндө ҡалала Республика көнөнә арналған экологик акция үтте. Ҡала башҡорттары ҡоролтайы яҙыусылар һәм ветерандар ойошмаһы менән берлектә Мәжит Ғафури аллеяһында ағас ултыртты.


Яҙыусылар ойошмаһы ағзалары өмәлә ҡатнашыусыларға илһам өҫтәп, уларҙы дәртләндереп тыуған илебеҙ, республикабыҙ хаҡындағы үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе.

“Был изге эште башҡарыу өсөн йәш натуралистар станцияһы беҙгә 15 йүкә ағасы бирҙе. Киләсәктә М. Ғафури аллеяһын беҙ ултыртҡан ағастар биҙәр, тип ышанабыҙ. Ағас ултыртыуҙа әүҙем ҡатнашҡан ойошмаларға һәм 3-сө БРГИ уҡыусыларына ҙур рәхмәт”, - ти ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Шәмиғолова.

(Сарала ҡатнашҡан Күмертау яҙыусылар ойошмаһында ҡәләм тирбәткән ҡайһы бер ижадсыларҙың шиғырҙарын гәзиттең һуңғы битендә уҡығыҙ).
Читайте нас: