- Күмертау водителдәренең иң ҙур проблемаһы — юлдар. Юлдарҙы эшләгән булалар ҙа ул, әммә барыбер юлһыҙ, насар асфальтлы урындар бик күп әле. Мин үҙем Өфөлә лә эшләп ҡайттым. Шуны әйткем килә: беҙҙең ҡаланың кешеләре лә башҡа ҡала халҡынан айырылып тора. Башҡа ҡала халҡы нисектер яғымлыраҡ, әйткән һүҙҙе аңлаусан. Ә беҙҙә ҡайһы берәүҙәр, хатта, бер-береһенең яғаһынан алырға тора. Шулай уҡ төп проблемаларҙың береһе — ҡала туҡталыштарының барыһында ла автобус көтөп торған кешеләр өсөн ел-ямғырҙан һаҡланыр урын булмауы. Хакимиәт шуға иғтибар бүлһен ине. Бына Авиаторҙы ғына алһаҡ, унда ниндәй ҙур парк төҙөп ҡуйҙылар, әммә юлдарҙы ҡарамайҙар. Маршрут транспортында йөрөүҙе мин лоторея менән тиңләр инем. Кеше йә була, йә юҡ. Ҡайһы берҙә буш тиерлек автобус менән ҡала буйлап елдерергә тура килә. Ундай саҡтарҙа планды үтәп, яғыулыҡ өсөн аҡса эшләһәң ярай ҙа, үҙ кеҫәңә һалырлыҡ тин дә ҡалмай. Транспортҡа ла аҡса күп китә бит. Запас частәр алырға кәрәк, ә уларҙың хаҡы төшмәй, киреһенсә, көндән-көн арта ғына. Шулай уҡ хәҙер һәр ғаиләлә тиерлек бер нисә машина. Маршрут автобустарында йөрөргә кеше лә ҡалмай. Быйыл бигерәк тә әҙәйҙеләр. Баҡсаға йөрөүселәр һаны ла бермә-бер кәмене. Хатта, пенсионерҙарыбыҙ ҙа аҙ йөрөй башланы. Юл хаҡы өсөн түләүҙе арттырһаң, автобуста бөтөнләй бер кеше лә йөрөмәйәсәк. Ҡала ҙур түгел, күптәр күбеһенсә йәйәү йөрөүҙе хуп күрә. Тағы ла Күмертау халҡының 80%-ы тиерлек сит ерҙәрҙә, Себерҙә эшләй. Шуға күрә беҙҙең транспортта кем йөрөһөн инде? Шуны ла әйтмәй булдыра алмайым: пассажирҙар араһында ниндәй генә кеше осрамай. Ҡайһы берҙәре әйткәнде аңламай ҙа, ҡолағына ла элмәй. Ғөмүмән әйткәндә, автобус водителенең эшенең бер ҡәҙере юҡ. Беҙ кешеләргә файҙа килтерергә тырышабыҙ, ә шуның өсөн ниндәй генә һүҙҙәр ишетмәйбеҙ. Тағы бер проблема — юлдарҙағы билдәләр. Кәрәкмәгән урынға еңел машиналарын ҡуйып китәләр. Шуны урап үтһә, тағы автобус водителе ғәйепле булып ҡала. Беҙгә еңел машина хужаһының ҡасан сыҡҡанын көтөп торорғамы ни хәҙер? Беҙҙең дә график бар. Был юҫыҡта ГАИ яҡшылап эшләмәй. Уй, ул проблемаларҙы мәңге һөйләп тә бөтөрлөк түгел. Ҡала буйлап автобуста йөрөп шул тиклем ялҡам, үҙемдең машинама әйләнеп тә ҡарағым килмәй. Шулай ҙа проблемаларға ҡарамайбыҙ, үҙ эшебеҙҙе тырышып башҡарабыҙ, халыҡҡа файҙа килтерергә тырышабыҙ. Үҙемдең коллегаларымды байрам менән ҡотлайым. Таҡыр юлдар, именлек-һаулыҡ теләйем.