4 ноябрь көнө рәсәйҙәр Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләй. Был байрам Ватаныбыҙ тарихындағы данлы ваҡиға – 1612 йылда Минин һәм Пожарскийҙың халыҡ ополчениеһы тарафынан Мәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынан азат итеү, бойондороҡһоҙ Рәсәй дәүләтселеген тергеҙеү хөрмәтенә булдырылды. 4 ноябрь тарихҡа алтын хәрефтәр менән яҙылған. Бөгөнгө заман күҙлегенән ҡарағанда, Халыҡтар берҙәмлеге көнө яҡты киләсәккә, дуҫлыҡҡа өндәй. Бөгөн республика илебеҙҙең социаль тотороҡлоҡ, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ һәм халыҡтар туғанлығы хас булған терәк төбәге.
Ошо байрам уңайлы, ҡала һәм район хакимиәттәре конфессия-ара һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыуҙа әүҙем эш күрһәтеүселәрҙе Почет грамоталары менән бүләкләне. Беҙ уларҙың ҡайһы берәүҙәренән был байрам хаҡында һәм ниндәй эштәр башҡарыуҙары тураһында белештек.
Рима Фәттәх ҡыҙы АРЫҪЛАНОВА, Күмертау Яҙыусылар ойошмаһы рәйесе, педагог һәм шағирә:
- Халыҡтар дуҫлығы байрамы минең өсөн ниндәй байрам тиһегеҙме? Октябрь байрамы. Халыҡ араһында ошондай атамаһы бар бит. Асыҡлабыраҡ әйткәндә, Октябрь революцияһы байрамы. Бик ныҡышып хәтер һандығын аҡтарып ҡараным, бик теләһәм дә, башҡа яуап таба алманым. Ике фронтовик ғаиләһендә тыуып, октябрят, пионер, комсомол ойошмаларында: «Иң оло байрамыбыҙ –Октябрь байрамы, мин – Октябрь балаһы», - тип тәрбиәләнгән быуындың бер вәкилемен. Ныҡ тәрбиәләгәндәр, дөрөҫ тәрбиәләгәндәр. Сөнки халыҡтар дуҫлығы, берҙәмлеге советтәр иленең төп идеяларының береһе ине. Шуғалыр ҙа инде хәҙер 30 йыл төрлө милләт кешеләренән торған коллективта, иңгә-иң терәп уртаҡ фекерҙәр менән йәшәйем, эшләйем, студенттарыма милли инаныу менән: «Мин – башҡорт», - тип әйтә алам һәм шуның өсөн ихтирам тоям, Шәбағыштағы Пушкин һәйкәле янында Геннадий Басов, Владимир Пивоваров кеүек фекерҙәштәремдең шиғырҙарын һоҡланып тыңлайым, Закир Әкбәровтың татар телендә яҙылған романын бер кистә уҡыйым һәм урыҫ милләтенән булыуына ҡарамаҫтан, минән дә шәберәк һалма ҡырҡҡан, күстәнәскә ҡорот менән тултырма ебәргән ҡоҙағыйымды маҡтайым... Бына ҡайҙа ул туғанлыҡ, берҙәмлек, бер көн эсенә генә һыйҙырырлыҡ түгел!
Мөслимә Нурулла ҡыҙы БИКТИМЕРОВА, Кинйәабыҙ ауылы:
- Мин, белеүегеҙсә, бик күп йылдар Кинйә Арыҫланов музейын етәкләнем. Ошо ваҡытта йәштәрҙә, балаларҙа Тыуған ил тарихы, тыуған яҡҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү буйынса арыу уҡ эштәр башҡарғанмындыр, тип уйлайым. Ниндәйҙер ваҡиға йә байрам хаҡында тел менән һөйләү, күргәҙмә материал аша күрһәтеп, аңлатыуға етмәй, әлбиттә. Беҙҙең музейҙа был юҫыҡта бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Грант отоп, музейға кинопроектор, мультимедиялы сканер, ноутбук, экран алыуға ла ирештек. Минең эшемдә һәр ваҡыт Харрас Сәлмән улы Биктимеров терәк булып торҙо. Бөтә сараларҙы ла уның менән бергәләп үткәрҙек. Үҙе тарихсы, атаһы Герой булғас, ул балаларға илебеҙ тарихы, халыҡ-ара дуҫлыҡ төшөнсәләре хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләй ине. Бер баш яҡшы, ә ике баш тағы ла яҡшыраҡ, тиҙәр бит. Шуға күрә һәр ваҡыт икәүләшеп кәңәшләшеп эшләнек. Шулай булғас, уҡыусыларҙы патриотик рухта тәрбиәләүҙә, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу эшендә ниндәйҙер кимәлдә өлөш индергәнбеҙҙер, тип ышанам. Хәҙер инде был эште йәштәргә тапшырҙыҡ.
Әнисә Сәғит ҡыҙы ТҮЛӘГӘНОВА, ҡаланың М. Исҡужин исемендәге 13-сө һанлы башланғыс мәктәбе директоры:
- Һәр халыҡ үҙенең үткәнен, тарихын белергә тейеш. Ғөмүмән, тарихҡа ихтирам менән ҡарарға бурыслыбыҙ. Ҡасандыр илебеҙ тарихында ниндәйҙер хаталы аҙымдар ҙа булған икән, беҙ шунан да дөрөҫ һығымта алырға тейешбеҙ. Шулай уҡ беҙҙең һәр аҙымыбыҙ ҙа артабан ниндәй һөҙөмтәләр биреүе тураһында уйланылған булырға тейеш. Бына мәктәбебеҙ тормошонда ла яңы үҙгәрештәр булырға тора, беҙгә «Азамат» балалар баҡсаһын ҡушмаҡсылар. Коллектив өсөн тағы ла яуаплылыҡ өҫтәләсәк. Балаларға тәрбиәүи программа төҙөгән саҡта һәр саҡ тарихҡа, йолаларға бәйле эш итергә кәрәкле. Халыҡтар үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәһен, әммә шулай ҙа һәр халыҡ үҙенең үҙенсәлеген дә юғалтырға тейеш түгел. Бер-беребеҙҙе ихтирам итеп, шул уҡ ваҡытта айырым милләт булып ҡалыу бурысы тора беҙҙең алда.