Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн барыһы ла көтөп ала. Ҡалабыҙҙың 8-се һанлы “Айгөл” балалар баҡсаһы ла был байрамға ныҡлы әҙерләнгән. “Ҡыңғырау” төркөмө балалары тәрбиәсе апайҙары менән үҙ әсәләренә күркәм сара ойошторҙо. Матур йырҙар башҡарып, бейеүҙәр бейеп, шиғырҙар ҙа һөйләне улар. Сара аҙағында әсәйҙәр өсөн ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен алыу бигерәк тә ҡәҙерле булды.