Все новости
Байрам уңайынан
19 Апреля 2019, 16:00

Ауыр булһа ла, яратабыҙ

21 апрелдә Урындағы үҙидара көнө билдәләнә. Ошо байрам уңайынан беҙ районыбыҙҙың ҡайһы бер ауыл советтарының эштәр идарасыларына сыҡтыҡ һәм уларҙың эштәре хаҡында белештек.

21 апрелдә Урындағы үҙидара көнө билдәләнә. Ошо байрам уңайынан беҙ районыбыҙҙың ҡайһы бер ауыл советтарының эштәр идарасыларына сыҡтыҡ һәм уларҙың эштәре хаҡында белештек.

Филүзә ВӘЛИДОВА, Таймаҫ ауыл советы эштәр идарасыһы:

- Үҙебеҙҙең ауыл советында эштәр идарасыһы булып 2009 йылдан бирле эшләйем. Халыҡ менән эшләүе миңә ныҡ оҡшай. Элегерәк ҡағыҙ эше аҙыраҡ булһа, хәҙер киреһенсә отчет эше күп. Бар эште ҡағыҙҙа ла тултырырға, интернет селтәренә лә һалырға, етмәһә, төрлө яҡлап тикшереү органдары ла күп. Халыҡ менән уртаҡ тел табырға, аралашырға, аңлашырға тырышабыҙ. Килеп кәңәш һорайҙар, йә булмаһа, үҙҙәре лә кәңәштәр биреп китәләр. Кешегә йәшәүе ауыр хәҙер, халыҡҡа һәр ваҡыт нимәлер етмәй. Уларға тейешенсә иғтибар бүлергә тырышабыҙ, әммә ваҡыт етмәү сәбәпле, ҡайһы бер һорауҙары аҙыраҡ ҡына һуңлаһа, шунда уҡ ялыу яҙыу башлана. Халыҡ түҙемлерәк булһын ине, ҡайҙалыр ситкә мөрәжәғәт иткәнсе үҙебеҙгә килһендәр, беҙ бит халыҡҡа ярҙам итер өсөн эшләйбеҙ.

Ваҡыт яғынан да иҫәпләшеп тороу юҡ, кәрәк булһа, эштән һуң да ҡалып, йә булмаһа, ялда ла сығып үҙ эшебеҙҙе башҡарабыҙ. Башҡа ауыл советтарының эштәр идарасылары менән дуҫбыҙ. Бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, кәңәштәр бирәбеҙ. Бындағы коллективым менән дә бер ғаиләләй эшләйбеҙ һәм йәшәйбеҙ.

Гөлназ РАИМОВА, Шәбағыш ауыл советы эштәр идарасыһы:

- Эшебеҙ еңелдән булмаһа ла, бик яратып башҡарам. Эшләгәнемә ике йылдан артыҡ ваҡыт үтте. Халыҡ менән уртаҡ тел табырға, һәр мөрәжәғәт иткән кешегә ихтирамлы булып иғтибар менән тыңларға тырышам. Эшебеҙ яуаплы, төрлө инстанцияларға отчет биреү, кәрәкле ҡағыҙҙарҙы тултырыу кеүек эштәрҙе ваҡытында башҡарабыҙ.

Халыҡ документтар эше менән генә мөрәжәғәт итмәй, ә кәңәш тә, ярҙам да һорап киләләр. Иң мөһиме халыҡҡа ҡарата иғтибарлы булырға тейешбеҙ, һәр кемде асыҡ йөҙ менән ҡаршы алабыҙ. Эштәр идарасылары тураһында күп һөйләргә була. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙең эш халыҡ менән власть араһында бәйләнеш булдырыу.

Бар коллегаларымды ла байрам менән ҡотлайым, эштәрендә уңыштар теләйем.

Зөлфиә АРАПТАНОВА, Илкәнәй ауыл советы эштәр идарасыһы:

- Үҙ эшемдә ун йыл эшләйем. Эш күп булһа ла, өлгөрөргә тырышам. Ҡағыҙ эше күп, һәр өлкә үҙенә отчет һорай. Закондарға ярашлы бар эште лә ваҡытында башҡарырға ашығабыҙ. Закондар үҙгәреп тороу сәбәпле, белемебеҙҙе камиллаштырыу йәһәтенән, район хакимиәте тарафынан төрлө уҡыуҙар ойошторола. Төрлө һорауҙарҙы бергә хәл итәбеҙ, тәжрибәбеҙ менән дә уртаҡлашабыҙ.

Үҙебеҙҙең төп эштән башҡа төрлө саралар үткәреүҙе лә хәстәрләр кәрәк. Әгәр ғаиләңдә һине аңлап, ярҙам итеп торһалар, эштә күпкә еңелерәк. Башҡа ауыл советтары эштәр идарасылары, район хакимиәте белгестәре менән дуҫ һәм бергә кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Эшебеҙ тынғыһыҙ булһа ла, вазифауи бурысымды яратып, бөтә күңелемде һалып башҡарырға тырышам, ауыл халҡына нисек ярҙам итеп була, уларға нисек уңайлы, бер һүҙ менән әйткәндә, гел кеше мәнфәғәтен беренсе урынға ҡуйырға кәрәк, тигән уй менән эшләйем.

Беҙ халыҡтың кәңәшсеһе лә, тайпылған урында ярҙам ҡулы һуҙыусыһы ла, ауыл биләмәһенең үҫеше ѳсѳн янып-кѳйѳп йѳрѳүсе ауылдаштарҙың аҡыллы кәңәштәрен тыңлаусы ла.
Читайте нас: