Все новости
Байрам уңайынан
30 Апреля 2019, 13:03

Эшегеҙҙә ғәҙел булығыҙ

Кисә район хакимиәтендә Урындағы үҙидара көнөнә арналған сара үтте. Унда район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ветерандары, район активы, ауыл советы хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Кисә район хакимиәтендә Урындағы үҙидара көнөнә арналған сара үтте. Унда район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ветерандары, район активы, ауыл советы хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Сараны район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов асты.

- Урындағы үҙидара - дәүләт институтының мөһим бер өлөшө. Кешеләр алдындағы яуаплылыҡ та һәр ваҡыт тәүге урында килә – ул халыҡҡа иң яҡыны, граждандар менән дәүләт араһындағы күпер, берләштереүсе көс. Муниципаль кимәлдә мөһим мәсьәләләр хәл ителә, кешеләр тап урындағы власҡа күҙ терәп бара, яҡлау таба. Еңел булмаған эшегеҙҙә иң мөһиме ғәҙел булығыҙ. Һеҙҙең менән күптән түгел генә эшләй башлауыма ҡарамаҫтан, бында уңған, саф күңелле халыҡ йәшәүенә инандым. Үҙем дә хәҙер Көйөргәҙе ерендә эшләүем, бында йәшәүем менән ғорурланам. Оҙаҡламай районда теркәлеп, быны документтар менән нығытып та ҡуясаҡмын. Артабан да бергә яңы уңыштарға өлгәшеп, тырышып эшләрбеҙ, бының өсөн мин бар көсөмдө, һәләтемде һаласаҡмын. Байрам менән барығыҙҙы ла ҡотлайым, - тине Юлай Талха улы, барлыҡ урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләп.

Артабан һүҙҙе район Советы рәйесе урынбаҫары Рәүеф Намаҙғолов алды. Ул да барыһын да байрам менән ҡотланы. Районыбыҙҙың Почетлы гражданины Әхәт Ҡотлоәхмәтовтың да байрам тантанаһында ҡатнашыусыларға әйтер һүҙе бар ине.

- Беренсенән, Юлай Талха улын районыбыҙҙа эшләй башлауы менән тәбрикләйем һәм уға уңыштар теләйем. Халыҡты һеҙ, ә халыҡ һеҙҙе яратһа, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Артабан да районыбыҙҙа үткәрелгән йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡланыр, тип ышанам. Хөрмәтле урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым! Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем, - тине Әхәт Йәүҙәт улы.

Юлай Талха улы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Әхәт Йәүҙәт улына Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Был көндө үҙидара өлкәһендә тырышып хеҙмәт итеүселәргә Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Күркәм сара моңло ла, дәртле лә йырҙар менән тамамланды.
Читайте нас: