Все новости
Байрам уңайынан
13 Мая 2019, 12:33

Ихлас күңелдән әйтелгән һүҙҙәр

Бөйөк Еңеү көнө алдынан Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын: Ермолаево ауылынан Әҙеһәм Айсыуаҡовты, Күмертауҙа йәшәүсе Рәшит Ишморатовты, Яңы Мораптал ауылынан Ғөбәй Нафиҡовты, Мәғрифә Таңатарованы, шулай уҡ Ермолаевонан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға тиңләштерелгән Евгений Жигалов менән элекке концлагерҙарҙың бәлиғ булмаған тотҡоно Тамара Бикусованы байрам менән өйҙәренә барып ҡотланы.

Бөйөк Еңеү көнө алдынан Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын: Ермолаево ауылынан Әҙеһәм Айсыуаҡовты, Күмертауҙа йәшәүсе Рәшит Ишморатовты, Яңы Мораптал ауылынан Ғөбәй Нафиҡовты, Мәғрифә Таңатарованы, шулай уҡ Ермолаевонан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға тиңләштерелгән Евгений Жигалов менән элекке концлагерҙарҙың бәлиғ булмаған тотҡоно Тамара Бикусованы байрам менән өйҙәренә барып ҡотланы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҙҙәрен аямаған, беҙгә тыныс тормош яулаған бабай-әбейҙәребеҙгә рәхмәттәрен әйтте. Уларға күңел тыныслығы, һаулыҡ һәм бәхетле ҡартлыҡ теләп һәр береһенә рәхмәт һүҙҙәре яҙылған открытка менән район бюджетынан 5-әр мең һум аҡса тапшырҙы. Оло йәштә булған һуғыш ветерандарыбыҙ иғтибар һәм ихтирамы өсөн Юлай Талха улына рәхмәттәрен әйтте. Шулай уҡ ауыл советы хакимиәте башлыҡтары, районыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың илле тол ҡатындарын байрам менән ҡотлап, уларға 1-әр мең һум аҡса таратты.
Читайте нас: