Все новости
Байрам уңайынан
31 Мая 2019, 13:30

«Ярҙамға килергә әҙербеҙ»

1 июнь — Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Балаларҙы кем яҡлай һуң? Әлбиттә, ата-әсәй һәм улар төҙөгән ғаилә. Ә шул ғаиләлә сабыйға иғтибар етмәһә, ни эшләргә? Был ваҡытта инде уларға ярҙамға «Ғаилә» үҙәге килә. Шуға күрә беҙ был үҙәккә килеп, уның етәксеһе Наталья Савенкова менән нәҡ шул балаларға ҡағылышлы проблемалар хаҡында әңгәмәләштек.

1 июнь — Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Балаларҙы кем яҡлай һуң? Әлбиттә, ата-әсәй һәм улар төҙөгән ғаилә. Ә шул ғаиләлә сабыйға иғтибар етмәһә, ни эшләргә? Был ваҡытта инде уларға ярҙамға «Ғаилә» үҙәге килә. Шуға күрә беҙ был үҙәккә килеп, уның етәксеһе Наталья Савенкова менән нәҡ шул балаларға ҡағылышлы проблемалар хаҡында әңгәмәләштек.

- Беҙҙең эш башҡа органдарҙың эшенән күпкә айырыла. Ғәҙәттә, имен булмаған ғаиләгә полиция һәм башҡа кешеләрҙән торған комиссия күмәкләп килеп, уларҙы тикшереп, әрләп китә. Етмәһә, ҡутараһынан штраф та һалып ҡуялар. Ул штрафты түләр өсөн ата-әсә тағы ла шул баланың ауыҙынан тартып алырға мәжбүр була. Улар килеп китеү менән, эскән ата-әсә, «ҡайғынан» нимә эшләргә белмәй, тағы ла эсеүен дауам итә. Ә беҙҙең эш икенсерәк. Беҙ ундай ғаиләгә куратор тәғәйенләп ҡуябыҙ. Ул куратор был ғаиләнең хәленә кереп, проблемаларын төптән өйрәнеп, ҡулынан килгәнсе ярҙам күрһәтә, - тип башланы һүҙен Наталья Ивановна.

- Ә ата-әсәләр ни өсөн эсә һуң?

- Ә башҡа нимә эшләһендәр? Эшһеҙлектән йонсоп эсәләр инде. Хәҙер бит йүнле эше лә, эш хаҡы ла юҡ. Арзан хаҡҡа, йәғни әсәлек капиталына ауылдарҙан иҫке генә йорт һатып алалар ҙа, күп ғаиләләр шунда көн күрә. Ә ауылда ниндәй эш булһын инде? Ярай, ҡатын-ҡыҙға мәктәп, балалар баҡсаһы тирәһендә берәй эш табылыр ҙа ул, ә ир кеше ни менән шөғөлләнергә лә белмәй. Бына шунан эскелек менән мауығыусылар барлыҡҡа килә.

- Элек ата-әсәйем биш баланы үҫтерҙе, уҡытып сығарҙы. Хәҙерге заманда булһа, уларҙың биш баланы кеше итергә хәленән килмәҫ ине, тине бер таныш яңыраҡ. Баланы уҡытыу ҡыйбатҡа төшә бит хәҙер. Күптәр Советтар Союзын һағына.

- Һағыналыр ҙа ул, кире ул заманға ҡайтып булмай, ҡыҙғанысҡа. Беҙ үҙебеҙ шул заманда уҡыныҡ, бер иш форма кейҙек, балаларҙы байға, ярлыға айырыу булманы. Минең элек приютта эшләгәнде беләһегеҙ бит инде. Приют бер яҡтан кәрәкле нәмә, әммә уның икенсе яғы ла бар. Әле ҡарап торһаң, шундай хәл килеп сыға: ҡасандыр приютта тәрбиәләнгән балаларҙың, хәҙер инде үҙҙәренең балалары кире приютҡа килеп эләгә. Ни өсөнмө? Сөнки приютта тәрбиәләнеү, ғаиләлә тәрбиәләнеүҙән күпкә айырыла. Әҙергә генә өйрәнгән бындағы балалар эште белмәй. Улар барыһы ла миңә тейештәр, тип уйлайҙар, сөнки балалар йортонда, приютта һәр ваҡыт күңел асып ҡына йәшәп өйрәнгәндәр. Эшләргә, аҡса табырға кәрәклекте лә аңлап етмәйҙәр ҡайһы берҙәре. Бына шундай әйләнеш килеп сыға. Беҙ күптәргә эшкә урынлашырға ярҙам итәбеҙ, әммә улар ул эштә оҙаҡ тормайҙар. Икенсе эшкә урынлаштыраһың, тағы ла шул уҡ хәл. Алимент түләмәй ҡасып йөрөгәндәр менән дә эш алып барырға тура килә. Кемдәрҙелер өйләндерешәбеҙ ҙә. Ғаиләләр менән юрист, психолог эшләй. Кейем-фәлән менән дә ярҙам итеп ебәрәбеҙ.

- Бөгөн балаларҙың ниндәй проблемалары бар?

- Балаларҙың бер проблемаһы ла булмаһын өсөн, уларҙың ата-әсәһенә әлеге лә баяғы эш урындары, яҡшы эш хаҡтары булдырырға кәрәк, тип тағы бер ҡабатлап әйтәм. Балалар проблемаһын хәл итеүҙе шунан башларға ине. Ҡулымдан килһә, элекке колхоздарҙы кире ҡайтарыр инем. Ауылдарҙа баҡса үҫтереүселәр, мал көтөүселәр ҙә кәмене бит һуңғы йылдарҙа. Элек балалар урам буйлап сапманы, ата-әсәһенә ярҙамлашты. Ҡайһы бер йортҡа барып керһәң, ҡурҡыныс кинолағы кеүек картина менән осрашырға тура килә. Бер ауылға барҙыҡ. 8 балалы ғаилә 3х3 кенә размерлы йортта йәшәп ята. Атай бар, әсәй бар. Йорттары ҡот осҡос бола, бысраҡ өҫтәлдә бәләкәй генә кәстрүл ултыра. «Ошонда бешерәһегеҙме?» - тим. «Эйе». «Ун кешегә нисек етһен бындағы аш?» «Етә», - ти. Бер балаға 8 йәш, мәктәпкә бирмәгәндәр. Ниңә бирмәнегеҙ? Алып барырға оялам, һөйләшмәй ул бөтөнләй. Беҙ балаларҙы ата-әсә янында ҡалдырыу яҡлы, гел шуның өсөн көрәшәбеҙ, тик был осраҡта әйттек: тиҙ генә алып китегеҙ сабыйҙарҙы. Беҙ имен булмаған ғаиләләрҙе алдан уҡ бындағы балалар менән киләсәктә нимә булырын күҙҙалап, табырға һәм улар менән эш алып барырға тейешбеҙ. Мәҫәлән, мәктәптән шылтыраталар, фәлән бала уҡырға йөрөмәй башланы йәки тәне күгәреп килде. Беҙ теге ғаиләгә барабыҙ ҙа ул, ә ата-әсә йортона керетмәй, беҙҙе һүгеп ебәрә лә ала. Беҙ һөйләшәбеҙ, бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия ла һөйләшә, әрләй, ә фәтеүә юҡ.

- Юғарыла ултырған чиновник 50-100 мең эш хаҡы алып эшләй. Шул уҡ ваҡытта ул ауылда эшһеҙ, шунлыҡтан балаһын йүнләп ҡарай алмаған бер тин аҡсаһыҙ кешегә аҡыл өйрәтә, әрләй. Астың хәлен туҡ аңлаймы икән?

- Бында нимә әйтәһең инде. Аҡыл ғына өйрәтеп ҡалмаҫҡа, ә реаль ярҙам кәрәклеген аңларға тейештәр ҙә бит...Тыуым да кәмеүгә табан бара. 1 июнь көнө балалар табыу йортона барып ҡотлайбыҙ тиһәң дә, бала тапҡан әсәне табып булмаған саҡтар була. Бала тапҡан өсөн аҡса биреү ҙә ярҙам итмәй, хатта.

- Һеҙгә балалар үҙҙәре килеп мөрәжәғәт иткәне бармы?

- Килеүселәр бар. Приюттан тәрбиәгә бала алып, бер нисә йылдан кире тапшырыусылар ҙа етәрлек. Хатта, педагогтар ҙа бала алып, тәрбиәләй алмай кире алып килгән осраҡтар ҙа булды.

- Телевизорҙан һәм интернеттан әсәйҙәрҙең махсус рәүештә балаларын йә машинала, йә уйын майҙансығында ҡалдырып китеүен ишетеп, иҫең китер. Әсәлек инстинкты юғалып бара шикелле...

- Әсәлек инстинкты ла юғалалыр, тормош көтөү ауырлашыу сәбәптәре лә барҙыр инде. Һәр осраҡ үҙенсә, төрлөсә. Бына әсәйҙән баланы тартып алалар. Әсә кеше тәүҙә илай, ҡайғыра. Ә аҙаҡтан уға балаһыҙ йәшәү оҡшап та ҡала. Ярай, ҡасандыр донъялар үҙгәреп китер, балаларыбыҙ тик бәхет-шатлыҡҡа төрөнөп кенә йәшәр, тип өмөтләнәйек. Беҙҙең «Ғаилә» үҙәге һәр ғаиләгә ярҙамға килергә әҙер, проблемаларығыҙ булһа, һис кисектермәйенсә беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ! Байрам менән һеҙҙе, һөйөклө балалар!

- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Читайте нас: