Все новости
Байрам уңайынан
5 Июня 2019, 11:55

Ауырлығы юҡ

Изге Рамаҙан айы үтеп тә китте. Боронғолар, Рамаҙан ниндәй генә ваҡытҡа – бесән, ураҡ мәленәме, селләгәме – тура килмәһен, тейешле ғәмәлде мотлаҡ үтәп ураҙа тоторға тырышҡан. Беҙ ҙә изге айҙа районыбыҙҙағы ураҙа тотҡандарҙың фекерҙәрен белештек.

Изге Рамаҙан айы үтеп тә китте. Боронғолар, Рамаҙан ниндәй генә ваҡытҡа – бесән, ураҡ мәленәме, селләгәме – тура килмәһен, тейешле ғәмәлде мотлаҡ үтәп ураҙа тоторға тырышҡан. Беҙ ҙә изге айҙа районыбыҙҙағы ураҙа тотҡандарҙың фекерҙәрен белештек.

Рәшит ХӘЛИЛОВ, Шәбағыш ауылы имам-хатибы:

- Ураҙа тотоу – изге эш, шуға ла уның ҡағиҙәләрен ентекле өйрәнеү мотлаҡ. Мосолман нимәнең хәләл булыуын, нимәнең хәрәм икәнлеген белеп эш итергә тейеш. Ураҙа тотоу ашауҙы ғына тыйыу тип аңларға кәрәкмәй, ә һинең барлыҡ уйҙарың, ҡылған эштәрең дә изге булырға тейеш. Быйыл ауылыбыҙҙа ураҙа тотоусылар һаны былтырғыға ҡарағанда артты, шул ҡыуандырҙы. 7-8 кеше ураҙа тотто, араларында йәшерәктәре лә ололар ҙа булды. Аллаға шөкөр, ауыҙ асырға ифтарға йөрөнөк. Ураҙа ғәйетенә мәсетебеҙҙе ауылыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары матурлап йыйыштырып ҡуйҙы. Уларға ҙур рәхмәт, эштәре үҙҙәренә һауап булып ҡайтһын.

Рәйлә МӘҺӘҘИЕВА, Таймаҫ ауылы:

- Ике өләсәйем дә дини, уҡымышлы кешеләр булды. Бала саҡтан минең күңелемә лә дин, иман нигеҙҙәре һеңеп ҡалған. Аллаға шөкөр, хәҙер ураҙаны күп йылдар инде тотам. Быйыл да бер көн дә ҡалдырманым, тәүге көнөнән башлап аҙаҡҡаса тоттом. Көндәр эҫе лә, һыуыҡ та торҙо, Аллаһы Тәғәлә көс биргәс, еңел булды. Ураҙаны Аллаһы Тәғәлә өсөн тотам. Организмға ла файҙаһы барҙыр, тип уйлайым, еңел булып ҡала. Йыл да ураҙаны көтөп алам, башҡаларға ла тоторға кәңәш итер инем. Тәүге өс көндә ауырыраҡ булһа, аҙаҡ өйрәнеп китәһең. Икенсе ураҙаларҙы ла күрергә насип булһын. Донъялар имен, тыныс булһын, барыбыҙ ҙа иҫән-һау булайыҡ.

Рәүилә БИКМАЕВА, Яҡшымбәт ауылы:

- Ураҙа тотоуҙың бер ауырлығы ла юҡ. Үҙең алдан ниәт итеп, теләк менән тотҡас, Аллаһы Тәғәлә үҙ ярҙамынан айырмай. Сәфәр һәм ифтар ваҡытын гәзиттәрҙән ҡараным да, тоттом. Тәүҙә ауырыраҡ булһа, аҙаҡ өйрәнеп кителә. Ураҙаны өсөнсө йыл тотам. Быйыл да, Аллаға шөкөр, тәүге көндән башлап аҙаҡҡы көнгә тиклем үҙ ниәтемде тормошҡа ашырҙым. Ғаиләм аңлап, ярҙам итмәһә, бәлки, алдыма ҡуйған маҡсатыма ирешә лә алмаҫ инем. Аллаһы Тәғәләгә ышанам, ураҙа тотҡас, бөтөн ағзаларыма, уйҙарыма, зиһенемә еңел булып ҡала, киләһе йылдар ҙа ла тоторға яҙһын.
Читайте нас: