Все новости
Байрам уңайынан
7 Июня 2019, 12:35

Йомғаҡ яһайбыҙ

Яҡшымбәт ауыл советы Райондың иң ҙур Яҡшымбәт ауыл советындағы иң эре хужалыҡтарҙың береһе «Искра» ауыл хужалығы етештереү кооперативы быйылғы һабантуй байрамын хеҙмәт күтәреңкелеге һәм яҙғы баҫыу эштәрендәге, малсылыҡтағы уңыштары менән ҡаршылай. Хужалыҡ игенселәре 5200 гектарҙа көнбағыш, 1500 гектарҙа күп йыллыҡ үлән, 1200 гектарҙа бер йыллыҡ үлән, 1500 гектарҙа силосҡа кукуруз сәсте. Яҙғы баҫыу эштәре 14 311 гектарҙа башҡарылды.

Яҡшымбәт ауыл советы


Райондың иң ҙур Яҡшымбәт ауыл советындағы иң эре хужалыҡтарҙың береһе «Искра» ауыл хужалығы етештереү кооперативы быйылғы һабантуй байрамын хеҙмәт күтәреңкелеге һәм яҙғы баҫыу эштәрендәге, малсылыҡтағы уңыштары менән ҡаршылай. Хужалыҡ игенселәре 5200 гектарҙа көнбағыш, 1500 гектарҙа күп йыллыҡ үлән, 1200 гектарҙа бер йыллыҡ үлән, 1500 гектарҙа силосҡа кукуруз сәсте. Яҙғы баҫыу эштәре 14 311 гектарҙа башҡарылды.

Быйылғы сәсеү эштәрендә бигерәк тә Рузель Саттаров, Инсаф Хәйбуллин, Раил Түләков, Раил Аҡһаров, Флюрис Сәлихов, Радик Йосопов һәм башҡалар уңғанлыҡтары менән айырылып торҙо. Малсылыҡ өлкәһендә лә искралар алдынғылыҡты бирмәй. Уңған егет һәм ҡыҙҙарыбыҙҙан бөгөн Иҙрис Боҫҡанов, Морат Ишмөхәмәтов, Гөлфиә Чурина, Фәйрүзә Түләкова, Әлфиә Мирасова, Илдус Аҡһаров һәм башҡаларҙы маҡтап телгә алырға була. Миңлебикә Аҡһарова Шәүәли Вахитов исемендәге премияға лайыҡ булды.


Мораптал ауыл советы


Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы быйылғы яҙғы баҫыу эштәрендә ярауай иген культураларын 9000 гектарҙа, көнбағышты 3000, мал аҙығы культураларын 1300 гектарҙа сәсте. Кировтарҙың барыһы ла уңғандар, үҙ эштәрен яратып, күңел һалып башҡара. Шундай егәрлеләр араһында Рәфис Шәмсетдинов, Әхмәт Рахманғолов, Нуран Шәмсетдинов, Рәшит Миңлебаевтарҙың исемдәре лә бар.

«Урындағы башланғысты яҡлау» программаһы сиктәрендә Аҡһары ауылы зыяраты тулыһынса кәртәләнде. «Реаль эштәр» программаһы буйынса Юшатыр ауылының һыу үткәргесе тулыһынса алмаштырылды. Мәҙәниәт һәм спорт өлкәһендә лә ауыл советының уңыштары етерлек. «Мистер+55» район конкурсында Рәжәп Юлбарисов гран-при яуланы.


Шәбағыш ауыл советы


Ауыл советы биләмәһендә «Ватан» ауыл хужалығы етештереү кооперативы, 12 крәҫтиән-фермер хужалығы эшләй. Уларҙың төп эшмәкәрлеге йүнәлешен малсылыҡ һәм баҫыусылыҡ тәшкил итә. «Ватан» хужалығында механизаторҙар Евгений Данилов, Алик Рысбаев, Илһам Ҡотлогилдин, иретеп йәбештереүсе Ғәйнан Йәлилов һәм башҡалар тырышып эшләй. Холодный Ключ бүлеге бригадиры Фәнил Рыҫҡолов һәм малсылар Игорь Колбинев, Салауат Искәндәров малсылыҡ тармағын үҫтереүҙә ҙур көс һала.

Шәхси эшҡыуарҙарҙан Виктор Чукин, Радик Хажиғәлиев, Гүзәл Коженова, Рәшит Төхвәтуллин уңышлы эшләй.

Ауыл биләмәһендә игенсе-механизаторҙарҙан Юлдашев, Әмиров, Бураҡаев, Ғәлиәкбәровтарҙың династиялары йәшәй һәм эшләй.


Таймаҫ ауыл советы


Таймаҫ ауыл советында «Юлдаш» ауыл хужалығы кооперативы уңышлы эшләп килә. Быйылғы яҙғы баҫыу эштәрендә уңғанлыҡ күрһәткән игенселәр байтаҡ. Бигерәк тә Руслан Ҡотломбәтов менән Сәлим Солтангәрәев был яҡтан айырылып торҙо.

Фермерҙарҙан Айрат Әлмөхәмәтов, Владимир Кислицын, Мөнир Мәһәҙиев, Хафиз Сарбаев, Илья Беликтар тарафынан бураҙналарға яҡшы орлоҡтар һалынды. Был фермерҙар тос уңыш алырға өмөтләнә. Фермерлыҡ эшен яңы башлаусы Радмир Аҙнабаев, Вәһим Аҡсурин, Рәмилә Вәлидова, Рамаҙан Рамаҙановтар ҙа уларға тиңләшергә ынтыла.


Зәк-Ишмәт ауыл советы


Ауыл советы биләмәләрендә барлығы 17 крәҫтиән-фермер хужалығы эшләй. Улар араһында Аҡылбәк Алмашевтың «Михайловка» крәҫтиән-фермер хужалығы уңышлы эшләй. Шәхси эшҡыуарҙар Әнүәр Усманов, Фәнил Әҙеһәмовтарҙың да эштәре уң бара. Яҙғы баҫыу кампанияһында был фермерҙарыбыҙ тарафынан сөм ҡара тупраҡлы бураҙналарға көнбағыш, арыш, һоло, арпа һәм башҡа культураларҙың һәйбәт орлоҡтары сәселде.

Илкәнәй ауыл советы


Ауыл советы биләмәһендә 7 крәҫтиән-фермер хужалығы эш алып бара. Улар быйылғы яҙғы баҫыу эштәрендә 4500 гектар баҫыуҙа бойҙай, арыш, көнбағыш, һоло һәм башҡа культуралар сәсте. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары рәйестәре Рөстәм Вахитов, Илшат Мәзитов, Юрий Ермаков яҡшы хеҙмәт һөҙөмтәләре күрһәтте.


Ермолаево ауыл советы


Ауыл советында 9081 кеше йәшәй. «Көйөргәҙеагропродукт» йәмғиәтен Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Владимир Алексеевич Филатов етәкләй.

Республиканың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Рәсимә Бабченко етәкләгән «Көйөргәҙе» ҡулланыусылар йәмғиәте лә уңышлы эшләп килә. «ЮжуралОйл» Сауҙа йортоноң Көйөргәҙе нефть промыслаһы ҡорамалдары етештереү заводының да уңыштары байтаҡ. Уны БР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе Зиннур Исхаҡов етәкләй.


Ленин ауыл советы


«Мәләүез фәнни-етештереү берекәмһе» хужалығында 4680 гектар майҙанда эш алып бара. Улар ҡул көсө ҡулланай ғына шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә. Етәкселек яңы технологиялар ҡуллана һәм орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнә. КФХ башлығы Дамир Хәйбуллин уңышлы хеҙмәт итә. Ул БР эшҡыурҙарҙың хоҡуғын яҡлау вәкиленең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Ауыл советында Галактионовтар, Кувайцевтар, Мырҙағоловтар, Хәйбуллиндар, Биктимеровтарҙың өлгөлө ғаиләләре донъя көтә.


Бахмут һәм Отрада ауыл советтары


«А7 Агро-БР» хужалығының «Бахмут» участкаһы эшсәндәре яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы тамамланы. Михаил Комиссаров, Виктор Голубев, Самат Аҙналин, Азат Бураҡанов, Василий Ильин һәм башҡалар тырышып хеҙмәт итте.

Ауыл биләмәләре Мельниковтар, Афанасьевтар, Степановтар, Коченовтар, Артамкиндар, Таймаҫовтар, Левашовтар, Глущенколар, Балашовтар, Селищевтар, Панферовтар династияһы менән ғорурлана ала.

Ауыл халҡы фронтта ҡатнашыусылар һәм тыл ветерандары хаҡында яҡты иҫтәлектәр һаҡлай.


Керәүле-Илюшкин ауыл советы


Бында Андрей Марфин, Сергей Малейкин, Юныс Абдуллин, Роман Ефимов, Илшат Әмәкәсов кеүек фермерҙар, Дмитрий Рыбин етәкләгән «Мясной Союз» йәмғиәте уңышлы эшләй.

Ауыл биләмәһендә Абдуллиндар, Әмәкәсовтар, Васильевтарҙың өлгөлө ғаиләләре, Серебренниковтарҙың хеҙмәт династияһы тормош көтә.

Эльза Васильева, Исмәғил Сөләймәнов, Иван Леонтьев, Тамара Николаева төрлө өлкәлә уңышлы хеҙмәт итеп, атҡаҙанған исеме алдылар.


Свобода ауыл советы


Роберт Әкбәров, Фәнис Рахманғолов, Эдуард Лобанов, Таһир Килмәтовтарҙың хужалыҡтары сәсеү эштәрен уңышлы тамамланы. Ауыл советы 3 йыл рәттән урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһында еңеү яулауға өлгәшә.

Сергей Лобанов етәкселек иткән «Түкән» хужалығындағы сәсеү барышында Таһир Килмәтов, Юныс Ҡаҙаҡбаев, Алексей Дорохов, Денис Дмитриенко, Эдуард Лобанов, Радик Ҡолмөхәмәтовтар тырышып эшләгән. Һауынсылар Фаягөл Ҡаҙаҡбаева, Марина Юлтаева алдынғылар рәтендә. Малсылар Рамаҙан Ҡотошев, Андрей Андреев юғары күрһәткестәргә иреште.
Читайте нас: