Һабантуйҙар үткәреү – борондан ҡалған изге йола, был бик кәрәкле байрам, тип әйтеү, Һабантуйҙа бейеү-йырлау, төрлө ярышта ҡатнашып бүләктәр алыу бер нәмә, бына уны әҙерләп үткәреп ебәреү - икенсе эш. Ашаған белмәй, тураған белә тигәндәй, Һабантуйҙы әҙерләп үткәреп ебәргәнсе күпме көс китә икәнен уны ойошторған кеше генә белә. Бигерәк тә әлеге заманда. Совхоз, колхоздар тарихта ҡалды, бар көс күпте күргән, күпте кисергән силсәүиттәр башына төшә. Киров исемендәге йә «Искра» хужалыҡтары байрам үткәрһә, уларға барыбер еңелерәктер, ни тиһәң дә, хәлдәре бар хужалыҡтар, ә бына элекке хужалыҡтан харабалар ғына ҡалған ауылдар нимә эшләргә тейеш, хәл юҡ тип, байрамһыҙ йәшәргәме?
Беҙҙең районда һин арыуыраҡ, һин бик шәптән түгелһең, тип ҡарау юҡ, Һабантуйҙы йәки башҡа байрамды барыһы ла үткәрергә тырыша. Бына Таймаҫты ғына алайыҡ. Бер уйлаһаң, байрам итер сәбәп тә юҡ һымаҡ, кеше кәмей, яндарында ярҙам итеп тороусы эре хужалыҡ та юҡ, бар тапҡан, таянғандары байрамға түгел, көндәлек тормошҡа саҡ етә. Шулай ҙа ауыл хакимиәте, халыҡ менән бергә, юҡ, байрамһыҙ булмай тип килешкәндәр ҙә, Һабантуй яһарға булғандар. 20 йылға беренсе тапҡыр. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, Һабантуй көнө күктәр ҙә әллә нимәһенә ҡарышты, болотло, ямғырлы көн булды ла ҡуйҙы. Халыҡ килмәҫ инде, тип шөбһәләнеү ҙә булды, тик быныһында ла Таймаҫ халҡы үҙенең ысын халыҡ икәнен күрһәтте – ялан тултырып килде лә ҡуйҙылар.
Ауыл быуаһы янында барыһы ла байрамса итеп ҡоролғайны, матур телмәрҙәр күп булды, ә бүләкләнеүсе ғаиләләр, яугир-интернационалистар, алдынғы эшселәр, ауылдың башҡа әүҙем кешеләре – һанаһаң, бармаҡтар түгел, баштағы сәс етмәҫ. Аш-һыуҙан өҫтәлдәр һығылып торҙо, дөйөм ҡаҙан да аҫылғайны: һарыҡ ите һурпаһын йәне теләгән һәр береһе ауыҙ итә алды. Быныһын нимәгә яҙа тимәгеҙ: ҡай саҡ һабантуйҙарға барһаң, тирмә янында торған һаҡсылар, был беҙгә кереп кенә ҡуймаһа ярар ине, тип янаулы ҡарап торғандарын аҙ күрмәнек. Һабантуй – дөйөм халыҡ байрамы, шатлыҡ-ҡайғылар һымаҡ, аштар ҙа уртаҡ булырға тейеш.
Милли көрәш, дартс, тоҡтар менән һуғыш, хатта аттар сабышы – Таймаҫ һабантуйы бар йәһәттән район һабантуйынан ҡалышманы. Байрам – күңел асыу сараһы, көләс, дәртле йөҙҙәрҙе генә күрҙем мин байрамда, хатта район хакимиәтенән башлыҡтың сәләмдәрен алып килгән уның беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин да, түҙеп ултыра алмай, бейергә төшөп китте.
Барыһына баһаны халыҡ үҙе бирергә тейеш, ғәҙәттә, байрам үтеп киткәс, тәнҡитселәр күп булып китеүсән, теге ере оҡшаманы, был ере бик шәп булманы – был яҡтан таймаҫтар ауыҙынан бер генә лә ҡыйыш һүҙ ишетелмәне. Ысын халыҡ байрамы шулай булырға тейештер ҙә. Бүләктәрҙе лә Һабантуйға боронғоса итеп өй беренсе йыйҙылар, ауыл башлығы Ильяс Юлдыбаев ғәжәпләнеүен йәшермәй: «Мин былай уҡ булыр тип көтмәгәйнем, халыҡ ныҡ әүҙем булды бүләк биреүҙә, хатта, йәлләмәй, өр-яңы салбарына тиклем сығарып бирҙеләр», ти.
Шулай ҙа бал янына бер ҡалаҡ дегет тигәндәй, ябай халыҡ, бер нисә хужалыҡ ихлас ярҙам иткән мәлдә, ауылда иң эре тип һаналған фермерҙәр ҡыл да ҡыбырлатмаған. Байрам беҙҙеке түгел, теләһә нимә эшләгеҙ, тинеләрме, әллә үҙҙәрендә байрам кәйефе булмаған да, башҡалар ҙа ҡыуанмаһын, тинеләрме икән – был фермерҙарҙың эсен ярып ҡарап булмай. Бүләк биреүҙәр күп булды, тик ниңәлер бүләкләнеүсе кешеләр барыһы ла килмәгән, бәлки, кемдеңдер матур сәбәбе лә барҙыр быға, әммә, байрамдан ҡайтҡанда, урамда яңғылышта осрағандарҙан, атаҡ, бүләк биргәндәрен белмәнем, ату барыр инем, тип әйткәндәр ҙә булды. Әйтер һүҙ юҡ.
Байрам тип кемдер, бәлки, һуңғы ыштанын да сисеп бирергә әҙерҙер, кемдер был ыштанды биргәнгә лә ҡәнәғәт булмауы бар. Донъя бит, ҡалайтаһың.
Әммә, ҡалай ғына булмаһын, таймаҫтарҙың был көндө кире уйҙар баштарында бөтөнләй булманы – байрамдары уңышлы килеп сыҡты, һауа торошо кәйефте боҙа алманы, башҡа ниндәйҙер сәбәптәр ҙә күңелде төшөрмәне. Һабантуй бит һарыҡ ите ашап, бүләк алып ҡайтыу ғына түгел, ә халыҡтың үҙ-ара аралашыуы. Килде замана: күрше хәлен дә ҡай саҡ белмәйбеҙ, ә бында ҡарты-йәше бер булып аралашты, һөйләшер һүҙҙәре бөтмәне. Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер, тип ҡалай дөрөҫ әйткәндәр. Ситтән ҡайтҡан ауылдаштар ҙа байтаҡ ине.
Афарин һеҙгә, Таймаҫ халҡы. Алда йәнә матур уйҙар менән генә осрашырға яҙһын.