Все новости
Байрам уңайынан
5 Июля 2019, 07:38

Уңғандар урын яулай

Был аҙнала «Ауылым минең 2019» төбәк-ара конкурсы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы, Удмурт Республикаһы, Ырымбур, Һамар, Ульяновск, Нижегород, Киров, Иркутск өлкәләре, Красноярск һәм Пермь крайҙарының ҡасабалары, ауылдары ҡатнашты. Күп һанлы тораҡ пункттары араһынан Яңы Морпатал ауылы «Иң уңышлы үҫешеүсе биләмә» номинацияһында өсөнсө урынды яуланы.

- Төбәк-ара конкурста ауылыбыҙҙың призлы урын яулауына мин шатмын. Был - үҙ йорттарын, ихаталарын төҙөкләндергән, биҙәгән, йәмләгән ауылдаштарымдың дөйөм уңышы. Улар заман менән бергә йәшәйҙәр, әүҙемдәр, уңғандар. Ауылыбыҙ оло юл өҫтөндә ултыра. Уның аша көнөнә әллә күпме кеше үтә. Улар Яңы Морапталдың күркәмлегенә һоҡланырға тейештәр, тыуған ауылыбыҙ иҫтәрендә бары тик ыңғай яҡтан, төҙөк матур ауыл булараҡ ҡалырға тейеш, тип уйлайбыҙ. Беҙ бына шундай маҡсаттар менән йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ. Ауылыбыҙҙа яҡшы мәктәп, бына тигән уҡытыусылар коллективы, ижади мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ҙур йыйнаҡ клуб бар. Киров исемендәге хужалыҡ заман ауырлыҡтарына бирешмәй, унда 200-ҙән ашыу кеше эшләй. Ауылыбыҙҙа эшләмәгән кеше юҡ тиерлек. Барыһы ла уңғандар. Шулай булғас, кәйефтәр ҙә шәп, - ти Мораптал ауыл хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеев.

Был ваҡиға район хакимиәте башлығы Юлай Ильясовтың да иғтибарынан ситтә ҡалманы. «Яңы морапталдарҙың еңеүе - алға табан ҙур аҙым. Беҙ әлегә Рәсәй, республика кимәлендәге конкурстарҙа аҙ ҡатнашабыҙ. Аскар Кинжалеевтың башҡарған эше - барыбыҙ өсөн дә һәйбәт өлгө. Гранттарҙа ҡатнаша, уларға әҙерләнә, уларҙы яҡлай һәм еңә белергә өйрәнергә кәрәк беҙгә. Был йәһәттән Асҡар Исәт улы - афарин! Гранттар урындағы мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеүҙәге реаль финанс ярҙамы ул», - тине Юлай Талха улы.

Читайте нас: