- Үҙебеҙҙең һөнәри байрамыбыҙҙы уңышлы ҡаршылайбыҙ. Беҙҙең ветстанция биләмәһендә барыһы ла яҡшы, малдарҙа төрлө сирҙәр таралыуы күҙәтелмәй. Шулай уҡ мал продукциялары менән ағыуланыусылар юҡ. Һыйыр малына һәм аттарға идентификация эшләүҙе тамамлап барабыҙ. Тик бына эт, бесәйҙәр һәм бал ҡорттары күсен идентификациялау менән бәйле мәсьәлә — беҙҙең иң ҙур проблема булып тора. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки был сараның кәрәклеге хаҡында һаман да беҙҙе халыҡ аңлап етмәй. Беҙ бары тик үҙебеҙҙең бурыстарҙы үтәйбеҙ, ә шуның өсөн халыҡ беҙҙе ғәйепләргә маташа. Хәҙерге заманда ҡотороҡ сире, Африка тағуны сирҙәре ныҡ таралған. Шуға күрә бына ошо сирҙәр беҙҙең ҡала һәм районға ла килеп эләкмәһен, таралмаһын, тип тырышабыҙ. Ҡайҙандыр мал һатып алыусылар ҙа иң тәүҙә ул малдарға ветеринар тикшереүе үткәрергә тейеш. Әммә был ҡағиҙәне лә күптәр һанға һуҡмай. Бер бөртөк сирле һарыҡ барлыҡ районға ауырыу таратыуы хаҡында онотоп китәләр. Шуныһы ҡыуаныслы: малдарҙы тик мал һуйыу цехында ғына һуйыу эшен яйға һалдыҡ. Унда хәҙер эш гөрләй, яҡшы белгестәр хеҙмәт итә. Ғөмүмән, ветстанциябыҙҙа үҙ эшен яҡшы белгән, күптәре юғары белемле булған хеҙмәткәрҙәр халыҡ именлеге өсөн бар көсөн түгә. Үҙебеҙҙең ветеринар клиникабыҙ ҙа уңышлы эшләп килә. Коллегаларымдың барыһын да Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым. Еңел булмаған эштәрендә ҙур уңыштар, ғаилә именлеге, ныҡлы сәләмәтлек теләйем. Артабан да беҙгә шулай бергә-бергә район һәм ҡала халҡы именлеге өсөн тырышып эшләргә яҙһын!