Олоғайған кешегә нимә етмәй? Һаулыҡ, тиер кемдер, икенсеһе, иғтибар, йылы һүҙ, тиер. Быларҙың барыһын да бер кеше бирә аламы? Ала. Ауыл фельдшерҙары. Ерле юҡтан ғына уларҙы аҡ халатлы фәрештә тип атамағандар. Райондың һәр ауылында фәрештәләр үҙ миссияһын дауам итә: инәй-бабайҙарға һаулыҡ һәм йылы һүҙ тарата.